САРМАНАЙ
+4 °С
Облачно
Төрлөһөнән
1 Февраля 2022, 07:40

Бөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы – теләгәнен һайлап ал

Илебеҙҙә Студенттар көнө билдәләнгән осорҙа Ҡалмашбаш ауылы китапханаһында быйыл республикала иғлан ителгән Һөнәри белем биреүҙе модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылын асыу сараһы үтте. Ул “Бөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы...” тип исемләнде. Сараға ошо ерлектә ғүмер итеүсе Йосоповалар ғаиләһе, Ҡалмашбаш урта мәктәбенең 9,11-се синыфтар уҡыусылары һәм күптән түгел уҡыу йортын тамамлап эш башлаған, әлеге ваҡытта һөнәр үҙләштереүсе йәштәр саҡырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы – теләгәнен һайлап алБөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы – теләгәнен һайлап ал
Бөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы – теләгәнен һайлап ал

Лена Әхсән ҡыҙы Йосопованы ауылдың олоһо-кесеһе белә һәм хөрмәт итә. Ул 1986-2007 йылдарҙа бындағы “Айгөл” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән. Үҙ эше тураһында ул: “Беҙҙең һөнәр эйәләре – балаларҙың тормошонда әсәйҙән һуң иң беренсе уҡытыусылар. Тәрбиәселәр — һәр ваҡыт күңеле менән бала булып ҡала алған өлкәндәр. Шулай булмаһа, балалар уларҙы ҡабул итеп, үҙ донъяһына индерә алмай. Беҙҙең һөнәр эйәләре өсөн иң мөһиме – сабыйҙарҙы нимәлер өсөн түгел, ә булғандары, донъяға килгәндәре өсөн яратыу, уларға күңел йылыбыҙҙы бүлеп биреү”, – тип һөйләне.
Ул хаҡлы ялға туҡтағандан һуң әсәһенең хеҙмәтен ҡыҙы дауам итә. Зөһрә Рифғәт ҡыҙы әлеге көндә ауыл балалар баҡсаһында сабыйҙарға тәрбиә бирә. Ул да сарала ҡатнашыусыларға үҙ эше тураһында һөйләп, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Был көндө саҡырылған ҡатнашыусыларҙың йәнә береһе – “Земский доктор” программаһы буйынса Тайнаш ауылында эшләүсе Ләйсән Ахунова ла башҡарған эше тураһында һөйләне. Ә әлеге ваҡытта үҙе һайлап алған һөнәрҙе үҙләштереүсе талибә Виктория Миңнеханова студент тормошо, үҙе белем алған уҡыу йорто тураһындағы тәьҫҫораттары менән уртаҡлашты. Артабан сарала ҡатнашыусы уҡыусылар төрлө һөнәрҙәр менән танышыуҙы уйын формаһында дауам итте. “Эрудит” конкурсында ҡатнашып, үҫмерҙәр һөнәрҙәр, белгеслектәр һәм вазифалар араһындағы айырмаларҙы асыҡланылар, “Айырмалыҡтарҙы тап”, Һөйләм төҙө” уйындарында ни дәрәжәлә иғтибарлы булыуҙарын тикшерҙеләр. Сара ахырында бөтә ҡатнашыусыларға буклеттар таратылды.
Яҡын киләсәктә һөнәр һайлау алдында торған сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн бындай саралар айырыуса фәһемле. Был көндө унда ҡатнашҡан уҡыусылар да унда ишетелгән, үҙләштергән яңы мәғлүмәтләрҙән файҙаланыр, тип уйлайбыҙ.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Ҡалмашбаш ауылы мәҙәниәт йорто сайты.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас