+1 °С
Снег
Гөргөри ауылында йәшәүсе Әлфиә Сәйфетдинова 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул шатлығын да, ҡайғыһын да кисергән ябай ауыл ҡатыны. Туҡһан йыллыҡ ғүмер үҙ эсенә күпте һыйҙырған: бала сағы һәм йәшлек йылдары дәһшәтле һуғыш һәм һуғыштан һунғы ваҡытҡа тура килә. Әммә ныҡышмалығы һәм ныҡлы үҙәкле булыуы уға барлыҡ кәртә-ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә.