+1 °С
Облачно
Яны йыл алдынан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәренә Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәрен тапшырыу тантанаһы булды.
Мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте һәм республиканын йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡаны өсөн Кушнаренко район мәҙәниәт йорто хормейстеры Роза Сабуроваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Роза Хәиф ҡыҙын ихлас тәбрикләйбеҙ, яңынан-яңы ижади еңеүҙәр теләйбеҙ.
Беҙҙең хәбәрсе.