САРМАНАЙ
+12 °С
Ясно
Төрлөһөнән
11 Января 2022, 07:20

Балыҡсыларҙы буран ҡурҡытманы

Ҡышын йылғала бәке тишеп балыҡ тотоу – күптәрҙең яратҡан шөғөлө. Районыбыҙҙа урынлашҡан йылға-күлдәрҙә балыҡсылар һуҡмағы ҡыш дауамында өҙөлөп торғаны юҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балыҡсыларҙы буран ҡурҡытманыБалыҡсыларҙы буран ҡурҡытманы
Балыҡсыларҙы буран ҡурҡытманы

Ҡышын йылғала бәке тишеп балыҡ тотоу – күптәрҙең яратҡан шөғөлө. Районыбыҙҙа урынлашҡан йылға-күлдәрҙә балыҡсылар һуҡмағы ҡыш дауамында өҙөлөп торғаны юҡ. Яңы йыл байрамдары ялында, буран булыуға ҡарамаҫтан, Гапан быуаһы буйында балыҡ тотоу буйынса ярыш ойошторолдо. Унда был спорт төрөн үҙ итеүсе 70кә якын кеше ҡатнашып, иң өлкәненә 79 йәш булһа, иң кесеһенә – 8ине. Әйтергә кәрәк, балыҡ ҡаптырыу һуңғы йылдарҙа айырыуса популярлашты. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа спорттың был төрөнә күбрәк тартыла. Быйылғы ярышта ла илаһи зат вәкилдәре лә үҙ-ара көс һынашты.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас