-5 °С
Ясно


Районда супер ғаиләләр билдәһе менән үткән 9 ғинуар көнөндә социаль селтәрҙәрҙә ғаилә квизы – интеллектуаль-күңел асыу саралары ойошторолдо. Уларҙа районыбыҙҙың байтаҡ ғаиләләре ҡатнашты. Киске сәғәттәрҙә иһә “Саҡмағош-Арена” боҙ шуғалағында балалар өсөн боҙҙағы дискотека ойошторолдо. Кескәй райондаштарыбыҙ ҙа, мәктәп уҡыусылары ла был сарала әүҙем ҡатнашты. Боҙ шуғалағында яңғырап торған дәртле көйҙәр байрам кәйефен арттырып, бындағы атмосфера балаларға ҡышҡы каникул көндәрен сәләмәтлек өсөн файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрергә булышлыҡ итте.