САРМАНАЙ
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән
9 Января 2022, 15:24

Аблайҙа — “Сана эстафетасы”

Балаларҙың ялын йәмле, күңелле һәм әлбиттә, сәләмәтлекләре өсөн файҙалы ла итеп ойоштороу маҡсаты менән 9 ғинуарҙа Аблай ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн сана эстафетаһын үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аблайҙа — “Сана эстафетасы”Аблайҙа — “Сана эстафетасы”
Аблайҙа — “Сана эстафетасы”

Саф һауала ойошторолған уйындарҙың һаулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеүен һәр кем белә. Был эстафетаны үткәреүгә тәбиғәт үҙе лә булышлыҡ итте кеүек — һауа температураһы ла, күктән көн әйләнәһенә балҡып торған ҡояш та, еңелсә генә һалҡын һәм аяҡ аҫтында шығырҙап торған ҡар – барыһы ла ҡыштың йәмле бүләге булды. Күңелле спорт сараһына өлкәндәр ҙә теләп ҡушылды. Эстафетаға килеүселәр ҡышҡы уҙыштарҙа үҙ оҫталығын һәм етеҙлеген күрһәтә алдылар, шулай уҡ тауҙан саналарҙа ла, “ватрушка”ларҙа ла рәхәтләнеп шыуып, күңел астылар. Эстафетаны ойоштороусо мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уларға байрам кәйефе бүләк итеп, ял көнөн файҙалы итеп ойошторорға ярҙам иттеләр.

Автор:Лида Шәйәхмәтова.
Читайте нас