САРМАНАЙ
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән
2 Января 2022, 10:10

Халыҡ теләге тормошҡа ашты

Йылдан-йыл үҫә барған, республикала алдынғы төбәктәрҙең береһе булған районыбыҙҙа үҙәк дауахананың поликлиникаһын яңыртыу, заман талаптарына яуап бирә торған иркен бина төҙөү, дауалау учреждениеһын юғары технологиялы аппаратура-йыһазҙар менән тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып торды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ теләге тормошҡа аштыХалыҡ теләге тормошҡа ашты
Халыҡ теләге тормошҡа ашты

Йылдан-йыл үҫә барған, республикала алдынғы төбәктәрҙең береһе булған районыбыҙҙа үҙәк дауахананың поликлиникаһын яңыртыу, заман талаптарына яуап бирә торған иркен бина төҙөү, дауалау учреждениеһын юғары технологиялы аппаратура-йыһазҙар менән тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып торды. Ниһәйәт, район халҡының берҙәм теләге тормошҡа ашты. Яңы йыл байрамы алдынан яңы поликлиниканы техник асыу сараһы үтте. Был көндө районыбыҙға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров килеп, яңы медицина учреждениеһында башҡарылған эштәр менән танышты. Поликлиника “Сәләмәтлек һаҡлау” дөйөммдәүләт проекты сиктәрендә, республика Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы һәм төбәк Хөкүмәтенең ярҙамы менән төҙөлдө. Яңы поликлиника быға ҡәҙәр ошо маҡсатта файҙаланылған бина менән икенсе ҡат бейеклегендә йылытылған кисеү (переход) ярҙамында тоташторолған. Яңа бинала лифт менән күтәргес яйланма ла йыһазланған. Был сәләмәтлеге торошо буйынса хәрәкәттәре сикләнгән кешеләргә бөтә ҡаттарға да ҡаршылыҡтарһыҙ менергә мөмкинлек бирәсәк. Поликлиника менән танышыу барышында Радий Фәрит улы табиб кабинеттарын, бөтә тейешле йыһазҙар менән тәьмин ителгән операция һәм рентгенология блоктарын ҡарап сыҡты. Бында клиника диагностика лабораторияһы, эндоскопия бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, балалар бүлеге эшләйәсәк. Яңы бина эргәһендә газ ҡаҙанлығы һәм трансформатор подстанцияһы урынлаштырылған. Поликлиника асылганан һуң бер смена дауамында 250 кеше ҡабул итеп буласаҡ. “Цифрлы яңы диагностика йыһазҙары, шул иҫәптән видеогастроскоптар и видеоколоноскоптар ауырыуҙарҙы иртә стадияһында уҡ асыҡларға мөмкинлек бирәсәк”, – ти район үҙәк дауаханаһының баш табибы Алина Латипова.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас