САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
31 Декабря 2021, 04:30

Яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр йылы булһын!

Еребеҙгә Яңы 2022 ел аяҡ баҫа. Тарихҡа күсеп, үтеп барыусы һәр йыл үҙе артынан тормошҡа ашырылған проекттар, яңы хеҙмәттәшлектәр һәм иҫтәлекле миҙгелдәр ҡалдыра. Һуңғы сәғәттәрен иҫәпләгән 2021 йыл да илебеҙ, республикабыҙ һәм райондарыбыҙ өсөн төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарға, уңыштарға бай булды, уның дауамында күп төрлө проект, программалар тормошҡа ашырылды. Әлбиттә, донъяны яулап алған яңы коронавирус пандемияһы сәбәпле, бәлки, уларҙың ҡайһы берәүҙәрен тулы күләмендә башҡарып та булмағандыр. Улар киләсәктә, һичшикһеҙ, тормошҡа ашар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр йылы булһын!Яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр йылы булһын!
Яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр йылы булһын!

Еребеҙгә Яңы 2022 ел аяҡ баҫа. Тарихҡа күсеп, үтеп барыусы һәр йыл үҙе артынан тормошҡа ашырылған проекттар, яңы хеҙмәттәшлектәр һәм иҫтәлекле миҙгелдәр ҡалдыра. Һуңғы сәғәттәрен иҫәпләгән 2021 йыл да илебеҙ, республикабыҙ һәм райондарыбыҙ өсөн төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарға, уңыштарға бай булды, уның дауамында күп төрлө проект, программалар тормошҡа ашырылды. Әлбиттә, донъяны яулап алған яңы коронавирус пандемияһы сәбәпле, бәлки, уларҙың ҡайһы берәүҙәрен тулы күләмендә башҡарып та булмағандыр. Улар киләсәктә, һичшикһеҙ, тормошҡа ашар.
Ә тыуып килгән Яңы йыл – ул яңы календарь башлануы ғына түгел, ә яңы өметтәр, уңыштар, еңеүҙәр дә. Кешелек донъяһы 2022 йылда яңы мөмкинлектәр асылыр, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуланыр тигән өметтәр менән тарих йылъяҙмаһының сираттағы битен аса. Был тылсымлы байрам алды көндәрендә һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә донъябыҙ, йәшәйешебеҙ тағы ла яҡшыр, һәр йортҡа, һәр ғаиләгә бәхет менән уңыштар килер, тигән уй-теләктәр нығына. Яңы 2022 йылда барыбыҙға да уңыш һәм яҡшы кәйеф юлдаштарығыҙ, ысынбарлыҡҡа ашҡан өметтәр һәм теләктәр шатлығы һәр ваҡыт һеҙҙең менән булһын тип теләйбеҙ. Йорттарығыҙҙа именлек, бәрәкәт, ә ғәиләләрегеҙҙә тыныслыҡ һәм мөхәббәт хаҡимлыҡ итһен. Тыуып килгән йыл хужаһы Юлбарыс барығыҙга ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек алып килһен, иң ҙур теләктәр тормошҡа ашһын, киләсәккә өмөттәр нығыһын, бөтә башланғыстарығыҙҙа тик уңыштар ғына юлдаш булһын тип теләйбеҙ. Яңы йыл менән һеҙҙе, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 

Яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр йылы булһын!
Яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр йылы булһын!
Яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр йылы булһын!
Яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр йылы булһын!
Автор:
Читайте нас