

Яңы йыл байрамы – могжизаларҙың ысынға ашҡан, теләктәрҙең ҡабул булған илаһи йыл миҙгеле. Ә балаларҙың теләктәрен ысынбарлыҡҡа ашырыу – өлкәндәр башҡара ала торған күңелле лә, игелекле лә һәм яуаплы ла эш. Балаларға байрам кәйефен һәм моғжизаға ышаныу хисен бүләк итеү миссияһын беҙҙең муниципаль район депутаттары ҙур ихласлыҡ менән башҡарҙы.
Район Советы депутаты Илдар Илүс улы Низамов “Теләктәр шыршыһы”нан Саҡмағош ауылында йәшәүсе Радмирҙың Ҡыш Бабайҙан уйын приставкаһын һорап яҙған открыткаһын алды һәм уның хыялын ысынға ашырҙы.
Район Советы депутаты Эльвир Венер улы Халиҡов менән Саҡмағош ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаты Денис Илфаҡ улы Мансуров Яңы йылда яңы уйынсыҡлы булырға теләгән Милана менән 10 йәшлек Аделинаның теләген үтәп, мозайка һәм ҙур йомшаҡ аю бүләк иттеләр.
“Теләктәр шыршыһы” акцияһына район Советы депутаты Ирина Минәхмәтовна Соколова ла ҡушылды. Рәсем төшөрөргә бик тә яратҡан Василиса уның бүләген алып һөйөндө – һурәт яһау өсөн кәрәкле йыйылма-наборлы булды.
Депутаттар фракцияһы етәксеһе Илдус Фидус улы Шәйҙуллин 8 йәшлек Илдан һәм 9 йәшлек Әҙилә өсөн Ҡыш Бабай булды. Илдан – ҙур уйынсыҡ машина, Әҙилә балалар косметикаһын һорап яҙған булған.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге секретары Илгиз Фаил улы Иҡсанов “Теләктәр шыршыһы”нан Яңы Балтас ауылында йәшәүсе Арсендың открыткаһын алды. 7 йәшлек райондашыбыҙ Ҡыш Бабайҙан идара итә торған пульты да булған машина һорап яҙған.
“Бу акцияға ҙур теләк менән ҡушылам. Арсендың хыялын ысынға ашырҙыҡ. Балаларҙың ихлас теләктәренә битараф булмаған һәр кемде ошо акцияла ҡатнашырға саҡырам”, – тине Илгиз Фаил улы һәм республикала, районда йәшәүсе бөтә яҡташтарҙы Яңы йыл менән ҡотланы.
“Теләктәр шыршыһы” шәфкатьлелек акцияһы 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырыла башланы. Уның аҫылы шунда – илдә йәшәүсе һәр кеше Ёлкажеланий.рф порталында теркәлеп, акцияла ҡатнашыусы етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға, сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр сирле сабыйҙарға һәм өлкәндәргә Яңы йыл бүләген ебәрә ала.
#ЕРРБ #Ёлкажеланий #Чекмагушевскийрайон