САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән
13 Декабря 2021, 11:25

Батыр егеттәребеҙ иҫкә алынды

11 декабрь – Чечнялағы ҡораллы бәхәстәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Батыр егеттәребеҙ иҫкә алындыБатыр егеттәребеҙ иҫкә алынды
Батыр егеттәребеҙ иҫкә алынды

11 декабрь – Чечнялағы ҡораллы бәхәстәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө. Был дата һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан егеттәрҙең үҙҙәре өсөн айырыуса әһәмиәтле. Беҙҙең райондан һөлөк кеүек дүрт егетебеҙ - Теләкәйҙән Илгиз Ғәсимов, Андреевканан Марат Иванов, Түбәнге Йәркәйҙән Артур Минғәлиев, Теләпәндән Эдуард Сәхипов Чечня ерендә мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Уларҙың яҡты иҫтәлеге илештәрҙең, туғандарының, яҡындарының йөрәктәрендә мәңге һаҡлана.

Әлеге дата уңайынан район үҙәгендә яугыр-интернационалсылар һәйкәле эргәһендә тантаналы сара уҙҙы, сәскәләр һалынды. Чечняла һәләк булған һалдаттар бер минут тынтороп  иҫкә алынды.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас