САРМАНАЙ
+10 °С
Дождь
Төрлөһөнән
12 Декабря 2021, 12:25

Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан

Бөгөн илдең бөтә төбәктәрендә дәүләтебеҙҙең иң мөһим байрамдарының береһе – Рәсәй Конституцияһы көнө билдәләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынанРәсәй Конституцияһы көнө уңайынан
Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан

Бөгөн илдең бөтә төбәктәрендә дәүләтебеҙҙең иң мөһим байрамдарының береһе – Рәсәй Конституцияһы көнө билдәләнә. 1993 йылдың тап ошо көнөндә ил халҡы демократия яҡлы булуын белдерде. Дәүләттең төп законы булған Конституция — Рәсәй хоҡуҡ системаһының үҙәге һәм дәүләттең демократик үҫеше нигеҙе булып тора. Ул бөтә илдәр граждандары өсөн тәү сиратта – закон. Һәм һәр кеше ул законды яҡшы белергә тейеш. Сөнки закондарҙы белеү, уларҙы теүәл үтәү һәм йәшәйештә ҡуллана белеү – цивилизациялы тормош нормаһы, уның сифатын күтәреүҙең нигеҙе. Рәсәй Конституцияһы бай тарихҡа эйә. Әлеге ваҡытта илебеҙҙә ғәмәлдә булған төп закон – ул кеше хоҡуҡларының төп гаранты. Ошо мөһим дәүләт байрамына арнап, Саҡмағош районындағы Йомаш ауылының күп функциялы клубында байрам концертты үтте. Уның барышында концерт программаһын алып барыусы А.Сайдякова залда ултырыусыларҙы Конституция көнө менән ҡотлап, уның барлыҡҡа килеү тарихы, төп терминдары, төшөнсәләре һәм структураһы менән таныштырып үтте. Байрам концерты барышында солистар А.Арыҫланов, Р.Сәлимгәрәева, Г.Хәмәдийәрова, В.Кузьмина, Г.Вәлиуллина йырҙар яңғыратты, “Сеспел” фольклор коллективы һәм “Ҡояшҡай” бейеү коллективтары сығыш яһаны. Сараға арнап “Конституция – илдең төп законы” тип исемләнгә күргәҙмә лә әҙерләнде. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Йомаш ауылының күп функциялы клубының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмө.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас