

Бөгөн Саҡмағош 1-се урта мәктәбендә Башҡорт теле марафоны башланды. Ошо уңайҙан мәктәбебеҙ яратҡан уҡыусыларын иртүк моңло ҡурай көйө менән үрелгән; башҡорт телебеҙ, илебеҙ, еребеҙ хаҡындағы видеоролик менән ҡаршыланы. Мәктәбебеҙ бөгөн гөрләп торҙо! Бөтә башҡорт теле, туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре лә байрамса, күтәренке кәйефтә үтте. Уҡыусыларыбыҙға башҡорт теле марафоны, ошо уңайҙан мәктәбебеҙҙең эш планы һәм алдағы маҡсаттарыбыҙ хаҡында аңлатылды. 3-сө а, 6-сы а, б кластарындағы туған башҡорт теле дәрестәре (уҡытыусы Исламғәлиева Рәмзилә Рауил ҡыҙы) “Башҡорт теле – иманлы тел” девизы менән милли рухта үтте. Уҡыусылар, телебеҙҙе данлап, матур йырҙар башҡарҙы; уның байлығына, киңлегенә һоҡланып, шиғырҙар уҡыны. Телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, башҡортса дөрөҫ, йүгерек уҡыу маҡсатынан таратма китапсыҡтар буйынса “Шиғыр уҡыу минуттары” ойошторолдо. Бәләкәс китапсыҡтар “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарына алмашынды. Унда кескәйҙәр ағайҙар һәм апайҙар яҙған мәҡәлә-шиғырҙар менән таныштылар. Ә “Йәншишмә”лә үҙебеҙҙең мәктәптән Дәүләтов Иректең дә әсәһе хаҡындағы мәҡәләһе баҫылғанын белгәс, бигерәк шатландылар һәм киләсәктә яҙышырға теләк белдерҙеләр. Уҡыусылар “Иманлы кеше ниндәй була?” тигән һорауға яуап эҙләне. Һәр кемдең фекере үҙенсә яңғыраны, ә уларҙың барыһын да башҡорт теленең берләштереүе асыҡланды. Эйе, бәләкәстәрҙең өмөттәре изге һәм уларҙы яҡты киләсәк көтә!