САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Төрлөһөнән
29 Ноября 2021, 06:30

Тәрбиәүи әһәмиәткә эйә

Яңы китап сыҡты

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәрбиәүи әһәмиәткә эйәТәрбиәүи әһәмиәткә эйә
Тәрбиәүи әһәмиәткә эйә

Яҡташыбыҙ, Дөмәй ауылында ғүмер кисереүсе Илгиз Әхмәтовтың “Оҙон-оҙаҡ ҡайтыу юлы” (“Долгая дорога домой”) китабы баҫылып сыҡты. Китап үҙнәшер юлы менән “Сурағол” нәшриәтендә донъя күрҙе. Бында тупланған әҫәрҙәр хәрби-патриотик темаға бағышланған. Илгиз Әхмәтов 1962 йылдың 1ғинуарында Дөмәй ауылында донъяға килә. Бөрө дәүләт педа- гогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Ул диплом алған йылды йәш белгестәрҙе Алыҫ Көнсығышҡа эшкә саҡыралар. Илгиз Тимерзаһит улы беренселәрҙән булып саҡырыуҙы ҡабул итә һәм ғаиләһе менән алыҫ яҡтарға юллана. Икенсе юғары белем ала – Томск дәүләт идаралығы системалары һәм радиоэлектроника университетын тамамлай. Төрлө урындарҙа эшләй. Спорт, альпинислык менән ҡыҙыҡһына. Бөгөнгө көндә тыуған ауылында йәшәй, әҙәби ижад менән шөғөлләнә. “Оҙон-оҙаҡ ҡайтыу юлы” повесының урыҫсаһы – “Иҙел” журналында, татар те- ленә тәржемәһе “Толпар” журналында баҫылып сыҡты. Китапта “Оҙон-оҙаҡ ҡайтыу юлы” повесы һәм хикәйәләр циклы туплап бирелгән. Повесҡа ҡарата өс рецензия яҙылған. Мөнәүис Низаметдинов әҫәрҙең Юрий Васильевич Коваль яҙмышын һүрәтләүгә бағышланыуын, геройҙың ҡанһыҙлыҡ, хыянат кеүек ауырлыҡтарҙы һәм үҙ-үҙен еңеп сығыуын билдәләгән. “Иҙел” журналы мөхәррире Галина Булатова әйтеүенсә, әҫәр киҫкен сюжетка ҡоролоуы, ихласлығы менән йәлеп итә. Балалар йорто балаһы Юрка күпте күрә, бәхетенә отставкалағы полковник менән осраша. Уның кәңәше менән егет офицер булып китә. Юра ғүмер буйы полковник менән рухи бәйләнештә йәшәй. Ғүмер буйы оҫтаҙы һәм Тыуған ил алдында үҙен бурыслы итеп тоя. “Толпар” журналының проза бүлеге мөхәррире Дилбәр Сөләймәнова повестың татар әҙәбиәте өсөн байтаҡ һирәк булған хәрби-патриотик темаға бағышланыуын, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй.Йыйынтыҡтағы хикәйәләр шулай уҡ хәрби теманы дауам итә: операция бүлмәһе, Афған, Кавказ, пистолет көбәге, столбняк – йәшәү һәм үлем араһындағы киҫкен ваҡиғаларҙы һүрәтләй.

Автор:
Читайте нас