САРМАНАЙ
-2 °С
Облачно
Төрлөһөнән
28 Ноября 2021, 10:10

Әсәләрҙең күңелдәре – ярһыҙ тәрән диңгеҙҙәр, Беҙ бәхетле улар барға, рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле, һөйкөмлө әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәләрҙең күңелдәре – ярһыҙ тәрән диңгеҙҙәр, Беҙ бәхетле улар барға, рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!Әсәләрҙең күңелдәре – ярһыҙ тәрән диңгеҙҙәр, Беҙ бәхетле улар барға, рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!
Әсәләрҙең күңелдәре – ярһыҙ тәрән диңгеҙҙәр, Беҙ бәхетле улар барға, рәхмәт һеҙгә, Әсәйҙәр!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле, һөйкөмлө әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ! Саҡмағош районы ҡатын-ҡыҙҙары советы һәм шәхсән үҙ исемемдән һеҙҙе ысын йөрәктән иң наҙлы, йылы һәм яҡты байрамдарыбыҙҙың береһе – Әсәләр көнө менән ҡотлайым! Илебеҙҙә билдәләнгән күп байрамдар араһында был көн, һис шикһеҙ, ҙур әһәмиәткә эйә. Ул ҡатын-ҡыҙ, әсә тигән гүзәл затҡа йөкләнгән донъяға яңы тормош, яңы кеше бүләк итеп, уны тәрбиәләп үҫтереү кеүек бик тә яуаплы миссияның изгелеген һәм бөйөклөгөн нығраҡ аңларга ярҙам итә. Әсә һәм бала... Улар ғүмер дауамында шулай бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә ғүмер һуҡмағы буйлап атлай. Әсәләр кешелек донъяһында тереклек усағын һүндермәй йәшәтә. Мәңгелек ут кеүек мәңгелек йәшәү ялкынын улар тергеҙеп тора. Улар – матурлыҡ һәм илһам сығанағы. Әсәләргә ҡарата игелекле, мәрхәмәтле булыуыбыҙ рухи донъябыҙҙың аҫылын асыҡ күрһәтә. Бөгөн республикабыҙҙа ғына түгел, райондарыбыҙҙа ла эшҡыуарлыҡ, идара итеү һәм ауыл хужалығы, етештереү тармағында ҙур уңыштарға ирешкән гүзәл заттар күп. Шуныһы ҡыуаныслы: улар үҙҙәре хеҙмәт һалған өлкәлә һоҡланырлыҡ итеп эшләү менән бер ҡатарҙан, ғаилә усағы йылыһын һаҡлап, яҡындарына, ғәзиздәренә күңел наҙын бүләк итеүсе хәстәрлекле әсәләр дә. Шулай уҡ райондарыбыҙҙа ата-әсә назынан мәхрүм ҡалған һабыйҙарҙы үҙ ғаиләләсенә алып, уларҙың кескәй йөрәктәрен күңел наҙы менән иреткән, ысын мәғәнәһендә Әсәй була алған мәрхәмәтле-шәфҡәтле гүзәл заттарыбыҙ да байтаҡ. Улар был балаларға ғаилә бәхете татып йәшәүҙе бүләк итеп кенә ҡалмай, үҙ үрнәктәрендә ысын кешеләр итеп тәрбиәләү кеүек яуаплы бурысты ла иңдәренә йөкләй. Ҡәҙерле гүзәл заттарыбыҙ! Һалҡын, моңһоу көҙ, ҡарлы-буранлы аҡ-саф ҡышка күсеп барған йыл мизгелендә билдәләнеп үтелһә лә, йылылыҡ-шатлыҡ бөркөп, донъяны илаһи нурға күмгән ошо матур байрам көнө һеҙгә шат йылмайыуҙар һәм сәскәләрҙе мөмкин ҡәҙәр күберәк бүләк итһен, йөрәктәрегеҙҙе саф мөхәббәт, һөйөү һәм иғтибар- ихтирам хистәре менән байытһын, ихлас йән йылыһы менән һөйөндөрһен ине. Бар ғүмерегеҙҙе арнап, күңел наҙығыҙҙы биреп үҫтергән балаларығыҙҙың игелек-шатлыҡтарын күреп, улар менән ғорурланып йәшәргә яҙһын. Һәр ваҡыт шулай тормошто яратып, шат күңелле, һөйкөмлө һәм ҡәҙерле әсәләр, донъялағы иң ғәзиз заттар булып ҡалығыҙ!

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас