САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
27 Ноября 2021, 03:50

Хеҙмәтендә маҡтаулы

Бөгөн ферма эшсәндәренең иң ҙур бурысы ҡышлатыуҙы мөмкин ҡәҙәр уңышлы үткәреү һәм малдарҙың продуктлылығын эҙмә-эҙлекле арттыра барыу, уларҙы төрлө сирҙәрҙән, өҙлөгөүҙәрҙән һаҡлау.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәтендә маҡтаулыХеҙмәтендә маҡтаулы
Хеҙмәтендә маҡтаулы

Бөгөн ферма эшсәндәренең иң ҙур бурысы ҡышлатыуҙы мөмкин ҡәҙәр уңышлы үткәреү һәм малдарҙың продуктлылығын эҙмә-эҙлекле арттыра барыу, уларҙы төрлө сирҙәрҙән, өҙлөгөүҙәрҙән һаҡлау. Барлыҡ технологияларҙың теүәл үтәлеүе, малдарҙың ваҡытында һуғарылыуы һәм саф һауала йөрөтөлөүе, иҫәптең дөрөҫ алып барылыуы, ғөмүмән, хужалыҡ эшсәнлегенең уңышы тәү сиратта эшсе көстәргә бәйле. Был йәһәттән М.Гәрәев ис. кооперативта бер йоҙроҡ булып уҡмашып эшләүсе берҙәм, тырыш коллектив тупланған. М.Гәрәев ис. хужалыҡтың Төйлөгән һөтсөлөк фермаһында эшләүсе Земфира Гәрәева – тап шундайҙарҙың береһе. Бар ғүмерен тыуған ауылы өсөн хеҙмәт итеүгә бағышлаған Земфира Бишҡурай ауылында Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы (мәрхүмә) һәм Камил Сәлих улы ғаиләһендә донъяға килә. Улар яҙмыштарын ауыл хужалығы менән бәйләп, М.Гәрәев ис. колхозда малсылыҡ тармағында ең һыҙғанып, ал-ял белмәй эшләй. Ата-әсә тәрбиәһендә балалары ла хеҙмәттә сы- нығып үҫә. Бишҡурай урта мәктәбен тамамлағас, Земфира Саҡмағош һөнәри училищеһында уҡый.Ҡулына диплом алғас, Бишҡурай урта мәктәбенең ҡаҙанлығында кочегар булып эш башлай. Бераҙҙан һуң М.Гәрәев ис. хужалыҡта ашнаҡсы булып хеҙмәт юлын дауам итә, артабан төрлө эштәр башҡара. Һуңғараҡ Төйлөгән һөтсөлөк фермаһына һауынсы булып күсә. Һәр ерҙә тәртип, теүәллек яратыусы Земфира Камил ҡыҙы бында ла һынатмай һәм коллективтың ышанысын яулай. Ул ағымдағы йылдың ун айында һәр һыйырҙан уртаса 4128 центнер һөт һауып алған. Земфира ханым хеҙмәтенән ҡәнәғәт. «Эш шарттары яҡшы, ваҡытында хеҙмәт хаҡы алабыҙ. Тырышлыҡты күрәләр, баһалайҙар, шуға күрә күңел дә үҫеп тора», – ти ул. Ғаиләһе менән дә бәхетле алдынғы һауынсы. Тормош иптәше Ленар Әнфәл улы менән өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Өҫтәүенә, изге йөрәкле Гәрәевтар Земфираның апаһының ҡыҙы Камилланы ла үҙ ҡанаттары аҫтына алалар. Уларҙың йорттарында шат ауаҙҙар тынмай, Илнар, Динар, Лиана, Камилла ата-әсәһен уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора. Һәр яңы көндән йәм табып, яҡындарына йән йылыһын бүләк итеп йәшәгән ябай ауыл ҡатынының егәрлелегенә, тырышлы ғына, уңғанлығына, мәрхәмәтлелегенә һоҡланмау мөмкин түгел.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас