САРМАНАЙ
+4 °С
Облачно
Төрлөһөнән
27 Ноября 2021, 03:25

Бүләкте тапшырҙыҡ

Күптән түгел “Сарманай” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә иғлан ителгән “Суперәсәй” конкурсында Саҡмағоштан Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы Сәләхова еңеү яулауын сәхифәбеҙҙе уҡыусыларға хәбәр иткән инек инде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бүләкте тапшырҙыҡБүләкте тапшырҙыҡ
Бүләкте тапшырҙыҡ

Күптән түгел “Сарманай” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә иғлан ителгән “Суперәсәй” конкурсында Саҡмағоштан Рәмзиә Әлфәрит ҡыҙы Сәләхова еңеү яулауын сәхифәбеҙҙе уҡыусыларға хәбәр иткән инек инде. Был көндәрҙә еңеүсебеҙҙе редакцияға саҡырҙыҡ. Уға тәғәйенләнгән бүләкте коллектив исеменнән иң изге теләктәрҙе еткереп, баш мөхәррир Фәнис Фидан улы Әмирханов тапшырҙы. Беҙ еңеүсебеҙҙе йәнә бер ҡотлайбыҙ һәм әле “Беҙҙең Башҡортостан” платформаһында барған республика бәйгеһендә лә уңыштар теләйбеҙ. Ул бәйге әле 30 ноябргә ҡәҙәр дауам итә. Яҡташыбыҙ өсөн мөмкин ҡәҙәр күбрәк тауыш биреп, уға был конкурста ла еңеүгә ирешергә лә ярҙам итәйек, дуҫтар! Бының өсөн https://vk.com/rb_media?w=app7198399_-20… һылтанмаһы аша порталға инергә һәм уның фотоһүрәте эргәһендәге билдәгә баҫырға ғына кәрәк.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас