САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
Төрлөһөнән
15 Ноября 2021, 13:20

“Кем өсөндөр мин – тоташ Донъя!”

“Супер әсәй” конкурсының икенсе ҡатнашыусыһы менән таныштырабыз.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Кем өсөндөр мин – тоташ Донъя!”“Кем өсөндөр мин – тоташ Донъя!”
“Кем өсөндөр мин – тоташ Донъя!”

“Супер әсәй” конкурсының икенсе ҡатнашыусыһы менән таныштырабыз. Ул – Саҡмағош ауылында ғүмер итеүсе ун бер бала әсәһе, муниципаль район Советы депутаты, ерлегебеҙҙең ижтимағи тормошонда актив ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Резида Зәкәриә ҡыҙы Ильясова. Ул үҙе хаҡында болай ти: “Әсә!.. Эйе, мин ябай ғына әсә! Тимәк, мин – будильник, ашнаҡсы, уҡытыусы, шәфҡәт туташы, судья, фотограф, ҡарауылсы, байрамдар ойоштороусы, банкомат. Мин – алтын ҡуллы оҫта! Минең түләүле отпускам да, ауырыған көндәрем дә, хатта ялдарым да юҡ! Мин көн-төн эшләйем. Мин уларҙың бөтәһе менән дә аҙнаның ете көнөнөң егерме дүрт сәғәтендә лә ғүмеремдең аҙағына тиклем бәйләнештә буласаҡмын. Шулай, кем өсөндөр мин – ябай ғына әсә, ә кем өсөндөр – тоташ Донъя!” Резида Зәкәриә ҡыҙының фотолары менән был яҙмаһын безгә уның конкурста ҡатнашыуын бик тәләгән Саҡмағош беренсе һанлы урта мәктәбенең 11-нсе синыфында белем алыусы ҡыҙы Юнона юллаған.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас