САРМАНАЙ
-1 °С
Облачно
Төрлөһөнән
31 Октября 2021, 04:00

Бушлай интернет үткәрелде

Дүртөйлө районы “Доступный интернет” проектына ҡушылды. Республика программаһы нигеҙендә Гөбөлөкөсөк, Яңы Ҡаңғыш, Өсбүлә, Йүкәлекүл ауылдарында 700 хужалыҡ бушлай юғары тиҙлекле интернет һәм һанлы сервистарға эйә була ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бушлай интернет үткәрелдеБушлай интернет үткәрелде
Бушлай интернет үткәрелде

Дүртөйлө районы “Доступный интернет” проектына ҡушылды. Республика программаһы нигеҙендә Гөбөлөкөсөк, Яңы Ҡаңғыш, Өсбүлә, Йүкәлекүл ауылдарында 700 хужалыҡ бушлай юғары тиҙлекле интернет һәм һанлы сервистарға эйә була ала. “Башинформсвязь” директоры урынбаҫары Сергей Чирков: –Проект буйынса беҙ Дүртөйлө районының дүрт ауылында яңы оптик селтәрҙәр төҙөүҙе тамамланыҡ. Ауылдарҙа йәшәүселәр бушлай юғары тиҙлекле интернет ҡына түгел, интерактив телевидение һәм телефон менән дә файҙалана. Бының өсөн компания хеҙмәткәрҙәренә заявка ҡалдырырға, йә иһә 8-800- 1000-800 һандарына ҡыҙыу линияға шылтыратыу етә. Урындағы ауыл Советында ла ғариҙа ҡалдырып була. Төҙөүҙә ҡулланылған “йортҡа оптика” хәҙерге заман технологияһы бер линиянан шунда уҡ бер нисә хеҙмәт күрһәтергә мөмкинлек бирә. Әйтелгәнсә: 500 Мбит/с тиҙлегендә һәм унан да юғарыраҡ тиҙлектә интернет, интерактив телевидение һәм “Ростелеком”дан телефония. Ҡорамалдар – оптик маршрутизатор и ТВ-приставка бушлай бирелә. Файҙаланыусылар хеҙмәтте «Видеонаблюдение» сервисы менән тулыландыра ала. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Башинформсвязь” компанияһы инициативаһы менән башланған «Доступный интернет» проекты йыл аҙағына төбәктең 262 торлаҡ пунктында яңы оптик селтәрҙәр төҙөргә планлаштыра. Яңы хеҙмәттәргә республиканың 100 мең гражданы ҡушыла ала.

Автор:Илдус Тимерханов
Читайте нас