

Тыпый ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Мәҙәниәт усағын асыу тантанаһы һәммәһе өсөн күптән көтөлгән байрамға әүерелде. Оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа унда берҙәм ҡатнашты. Тыпый халҡының шатлыҡтарын муниципаль район Советы секретары Игорь Никифоров, Илеш районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рөстәм Әхмәҙиев уртаҡлашты. Мәҙәниәт усағы йәмләнеп, яҡтырып киткән. Атап әйткәндә, мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре ишектәре, түбәһе алыштырылған, күтәрмәһе яңыртылған. Быларҙың барыһы ла районыбыҙҙа 6 йыл рәттән эшләп килеүсе Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы сиктәрендә башҡарылған. Байрам тантанаһын Үрмәт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Муллағолов асып, әлеге проект нигеҙендә тормошҡа ашырылған сараларға туҡталып, Хөкүмәткә, муниципаль район хакимиәтенә, ауыл халҡына ҙур рәхмәт еткерҙе.
Дауамын гәҙитебеҙҙең 10 һанында уҡығыҙ.