САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән
22 Октября 2021, 09:30

Ярҙам кәрәк булһа – волонтерҙарға мөрәжәғәт итегеҙ

Беҙҙең Саҡмағош районында коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб һәм уның базаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” (“Наша забота”) Колл-үҙәге эшсәнлек алып бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярҙам кәрәк булһа – волонтерҙарға мөрәжәғәт итегеҙЯрҙам кәрәк булһа – волонтерҙарға мөрәжәғәт итегеҙ
Ярҙам кәрәк булһа – волонтерҙарға мөрәжәғәт итегеҙ
Беҙҙең Саҡмағош районында коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб һәм уның базаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” (“Наша забота”) Колл-үҙәге эшсәнлек алып бара. Колл-үҙәктә үҙсикләүҙә булған яңғыҙ йәшәүсе 65 йәштән өлкәнерәк, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле булған граждандарҙан шалтыратыуҙар ҡабул ителә. Улар аҙыҡ-түлек һәм аптекаларҙан, дауахананан табиб рецептары буйынса дарыуҙар килтерә, өлкәндәрҙе прививка эшләтер өсөн поликлиникаға алып барып ҡайта. Ҡатмарлы осорҙа бындай шәфҡәтлелек эшсәнлеген башҡарыусы волонтерҙар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Ирекмәндәр көстәре һәм ваҡыттары менән исәпләшмәй, алда әйтеп үтелгән яҡташтарға ярҙам итә, бөтә донъя өсөн еңел булмаған был осорҙа уларға яңғызлыҡта ҡалырға ирек ҡуймай.
Муниципаль райондың Йәштәр үҙәге директоры, коронавирус инфекцияһын профилактикалау буйынса оператив волонтерҙар штабы етәксеһе Фируза Фәнәүи ҡыҙы Саҡаева билдәләүенсә, ирекмәндәр эшсәнлеге йәй айҙарында ла тулыһынса туҡталып тормаған. Яңы сикләүҙәр ҡабул ителеү һәм талаптар ҡатғилану менән оператив волонтерҙар штабы ирекмәндәре үҙ эшсәнлеген әүҙемрәк алып бара башлаған. Әлеге ваҡытта волонтерҙар быға ҡәҙәр коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләтеп өлгерә алмаған яңғыҙ йәшәүсе 65 йәштән өлкәнерәк, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле булған райондаштарыбыҙға магазиндарҙан аҙыҡ-түлек, аптекаларҙан дарыуҙар, дауахананан табиб рецепттары буйынса препараттар алып ҡайтып бирергә әҙер.
Бының өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының республика буйынса көн әйләнәһенә эшләүсе Колл-үҙәгенә 8-800-201-89-03 (шалтыратыу бушлай), райондың тәүлек дауамында эшләй торған Колл-үҙәгенә 8-347-96-3-53-01 һәм иртәнге 9.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә ҡәҙәр шалтыратыуҙар ҡабул ителгән 8-347-96-3-11-38 телефондарына шалтыратырға мөмкин. 
Автор:Рәзилә Арсланова әзерләде.
Читайте нас