+10 °С
Дождь


"Мөхәббәт пар ҡанатлы булһа ғына бәхет килтерә", – тигән бер аҡыл эйәһе. Шөкөр, районыбыҙҙа оҙаҡ йылдар парлап ҡанат ҡағып йәшәүселәр бихисап. Күптән түгел Яңы Айыу ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында ғүмер кисереүсе Нурсәғҙәт һәм Марсель Әсләховтар – бриллиант, Фириә һәм Рәшит Рамазановтар алтын туйҙарын билдәләп үтте.
Әсләховтарҙы, Рамазановтарҙы ғаилә байрамдары менән Яңы Айыу ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Нәжметдинов тәбрикләне, изге теләктәрен юлланы һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаһын, иҫтәлекле бүләген тапшырҙы.