САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән
5 Августа 2021, 11:00

Ураҡ- 2021: агитбригада - юлда

Хеҙмәткә дәрт өҫтәүселәр

Добавить в предпочтительные источники Google
Ураҡ- 2021: агитбригада - юлдаУраҡ- 2021: агитбригада - юлда
Ураҡ- 2021: агитбригада - юлда

Хеҙмәткә дәрт өҫтәүселәр

Хеҙмәт булһа, йыр ҙа була тиҙәр. Элек-электән беҙҙең халыҡ иген дә иккән, йырын да көйләп, күңелле ял итә белгән. Был традиция бөгөнгө көндә лә дауам итә. Район мәҙәниәт һарайының үҙ составына бейеүсе Ләлә Шакирова, һүҙ оҫтаһы, йырсылар Альфира Вәлидова, Рәйлә Зарипова, Флүзә Абдуллина, ҡурайсы Алик Борханов, баянсы Ришат Абдуллинды берләштергән - “Илһам”, шулай уҡ ауыл советы ауыл биләмәләрендә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторған агитбригадалар район хужалыҡтарында график буйынса концерт номерҙары менән сығыш яһай. Үҙешсәндәр иген үҫтереүселәрҙе данлап, йыр моңдары менән уларға хеҙмәт дәрте өҫтәй, ял минуттары бүләк итә.

Ошо ҡояшлы матур көндәрҙә агитбригадасылар  Р.Мусин ис., “Урал” , “Мир” , “Урожай” тоҡомсолоҡ заводы  йәмғиәттәрендә, М.Горький ис., М.Гәрәев ис., Куйбышев ис. кооперативтарҙа сығыш яһаны.

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас