Башҡортстанда бөтә яңы өйҙәр һәм парктар сәләмәтлеге торошо буйынса хәрәкәт мөмкинлектәре сикле булған граждандар мәнфәғәтләрен иҫәпкә алып төҙөләсәк. Был хаҡта төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров республика Хөкүмәте ҡаршындағы инвалидтар эштәре буйынса Координация советының сираттағы ултырышында хәбәр итте. Уның барышында төбәк етәксеһе Координация советы эшсәнлегенең төп йүнәлештәрен билдәләде. Улар араһында – ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа барьер-ҡаршылыҡтарһыз мөхит булдырыу, инвалидтар өсөн уларҙың мөмкинлекләренә яраҡлаштырылған торлаҡ һатып алыу, адаптив физкультураны үҫтереү, инвалид балаларҙы реабилитациялау. Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, ҡаршылыҡтарһыҙ мөхитте формалаштырыу йәһәтенән хәл яҡшыра. Был Өфө ҡалаһы мисалында ла асыҡ күренә. Радий Хәбиров төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына пандустар йыһаз[1]ланған подъездар һанын арттырырға, ә Транспорт министрлығына йәмәғәт транспорты водителдәре менән инвалидтарға транспортҡа утырғанда һәм юлда ярҙам итеү буйынса инструктаж үткәреп, юл хәүефһеҙлеге инспекцияһы менән берлектә автомобилдәр парковкаларында тәртип урынлаштырырға күрһәтмә бирде. Осрашыуға йомғак яһап, Радий Хәбиров сәләмәтлеге торошо буйынса хәрәкәт мөмкинлектәре сикле булған кешеләргә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән системалы рәүештә шөғөлләнергә кәрәклеген аҫһыҙыҡланы һәм был өлкәлә планға ярашлы эшсәнлек алып барыу мөһим, тине.