Азат Ғәбиҙуллин, РФ Эске эштәр министрлы[1]гының Илеш районы буйынса бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы, полиция капитаны
СССР Эске эштәр министрлыгының дәүләт автомобиль инспекцияһы 1936 йылда ойошторола. Уҙған быуаттың 60-сы йылда[1]рында Советтар Союзы юл хә[1]рәкәте тураһындағы халыҡ-ара конвенцияға ҡушыла, ә инде 1961 йылдың 1 ғинурынан беренсе тапҡыр берҙәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелә. 1998 йылдың июненән ойошма юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәү[1]ләт инспекцияһы итеп үҙгәр[1]телә. Йыл һайын транспорт һаны артҡан, юлдарҙағы хәрә[1]кәт интенсивлашҡан осорҙа юл-патруль хеҙмәте инспектор[1]ҙарының эше ауыр ҙа, кәрәкле лә. РФ Эске эштәр министрлығы[1]ның Илеш районы буйынса бү[1]легенең юл хәрәкәте хәүефһеҙ[1]леге дәүләт инспекцияһы коллек[1]тивы 12 хеҙмәткәрҙе берләште[1]рә. Уларға юлдарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеген, именлекне тәь[1]мин итеү бурысы йөкләтелгән. Был тәңгәлдә инспекторҙарыбыҙ һынатмай, юл-транспорт ваҡи[1]ғаларын иҫкәртеүҙә бар тырыш[1]лыҡтарын һалып эшләй. Һөнә[1]ри байрамыбыҙ көнөндә гү[1]зәл заттарыбыҙ – ЮХХДИ бүлек[1]сәһенең административ закон[1]дар инспекторы, полиция ка- питаны Ирина Гәрәева, про[1]паганда буйынса инспектор, полицияның өлкән лейтенанты Гөлнара Әлтәпова, юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Илфир Зариповты, инпекторҙар, полиция лейтенанттары Азамат Бәҙретдинов, Роберт Закиров, Ренат Вәжиев, Динар Насипов, полицияның өлкән лейтенанты Илнар Нурисламов, полиция лейтенанттары Нияз Зарипов, Айрат Мөхәмәтйәнов, дәүләт инспекторы Линар Фәхруллинды маҡтап телгә алаһы килә. Һандарға килгәндә, ағымдағы йылдың алты айында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 3700 осрағы теркәлде, шул иҫәптән 52һе (шуларҙың 9ы идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән) – эскән килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле. Уҙған осорҙа 52 водитель техникаға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителде. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙарҙың 217 осрағы тер[1]кәлде. Барлығы 5 юл-транспорт фажиғәһе булып, уларҙа 6 кеше төрлө тән йәрәхәттәре, имгә[1]неүҙәр алды. Коллектив йәнле тормош ме[1]нән йәшәй, төрлө смотр-конкурс[1]тарҙа теләп ҡатнашабыҙ. Вете[1]рандарыбыҙ менән даими ара[1]лашабыҙ, уларҙың аҡыллы кәңәш[1]тәренә, ҙур хеҙмәт тәжрибәлә[1]ренә таянабыҙ.