Июль айының ҡап уртаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре башлануы тураһында хәбәр итте. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, аномаль эҫелек үҫтерелгән игенде йыя башлау ваҡытын ике аҙнаға тиерлек тиҙләтте. “Ужым культуралары өлгөрҙө лә, – тине Радий Фәрит улы. – Эйе, быйыл уңыш алдағы йылдарҙағы кеүек мул булмаясаҡ. Ҡояш ҡыҙҙырҙы, ямғырҙар булманы – былар бөтәһе лә аграрийҙарға ҡаршы уйнаны. Ҡоролоҡтан Башҡортостандың күпселек райондары ҡаҙа күрҙе. 26 муниципалитетта ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде. Әммә 15 июлгә беренсе 30 мең тонна бойҙай амбарҙарға ҡайтарылды... Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса аграрийҙар республиканы бойҙай менән тәьмин итер, тип ышанам. Иң мөһиме — беҙҙә климаттың ауыл хужалығы комплексына йоғонтоһон кәметеү ыҫулдары тураһында күҙаллау бар”, – тине Радий Хәбиров. Былай тип әйткәндә ул 2022 йылда Урал аръяғында заманса һуғарыу системаһын төҙөү буйынса инвестпроектны күҙ уңында тота. Бынан тыш, тармаҡ инициативаларының бер нисәһе сифатлы элиталы орлоҡ фондын булдырыуға йүнәлтелә. Техник паркты яңыртыу һәм дәүләт ярҙамы системаһы буйынса ашламаның норматив күләмен тәьмин итеү менән бергә был саралар үҫемлекселек тармағының тотороҡлолоғон арттырырға тейеш. 22 июлгә булған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республика буйынса ужым бойҙайы сәселгән майҙандарҙың һәр гектарынан 18,2 центнер, бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культураларҙыҡынан 12,6 центнер уңыш йыйып алына.