Иҫке Туҡмаҡлы ауылында йәшәүсе Рәис Әхмәлетдин улы Ғәниев ошо көндәрҙә 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул 1931 йылдың 20 июлендә тыуған. Бөтөн ғүмере кесе ватанында, ауылдаштары араһында үтә. Барлыҡ йәштәштәре кеүек үк, бик иртә кохозда эшләй башлай. Үҙен яуаплы, тырыш итеп күрһәткән егетте колхоз идараһы бригадир ярҙамсыһы итеп тәғәйенләй. Күпмелер ваҡыттан һуң уға почтальон вазифаһын тәҡдим итәләр. –Ун ике йәшемдән колхоз эшенә сыҡтым. Байтаҡ ҡына йылдар малсылыҡ фермаһы мөҙире булдым,–тип иҫкә алды юбиляр. Ул осорҙа хужалыҡта ветеринария өлкәһендә белгестәр етешмәй. Шуға күрә Рәисте ветеринария белгеслеге буйынса уҡырға ебәрәләр. "Доктор Айболит"ты ауылда әлегә ҡәҙәр тик яҡшы яҡтан ғына телгә алалар. Ғүмеренең унынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫыуына һәм сәләмәтлеге ҡаҡшауына ҡарамаҫтан, Рәис бабай тормошона зарланмай. Ул яңылыҡтар менән даими ҡыҙыҡһына, хәтере яҡшы. Йәнәшәлә хәстәрлекле яҡын кешеләрең менән 90 йәшлек юбилейынңды билдәләү – үҙе бәхеттер ул. Өҫтәүенә, ябай эшсән һәм бөйөк илдең лайыҡлы гражданинын власть та онотмай. Тыуған көнөндә Рәис Әхмәлетдин улына Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан тәбрикләү хаттары, шулай уҡ район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Ғизәтуллиндан бүләк тапшырылды.