САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Июля 2021, 06:21

Киң күңелле ағинәй

Иҫке Туҡмаҡлы ауылында йәшәүсе Нәзирә Абдрахим ҡыҙы Саттарова 90 йәшлек юбилейың билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Киң күңелле ағинәй
Киң күңелле ағинәй

Иҫке Туҡмаҡлы ауылында йәшәүсе Нәзирә Абдрахим ҡыҙы Саттарова 90 йәшлек юбилейың билдәләне.

Ул ҡатмарлы һәм ауыр тормош юлын лайыҡлы үтә. Шатлығын да, ҡайғыһын да күрергә тура килә. Яҙмышы башҡа осорҙаштарыныҡынан айырылмай. Баласағы һәм йәшлеге һуғыш һәм һуғыштан һунғы емереклек йылдарына тура килә.

–Ҡул көсө менән сәсеп, урып, көлтә бәйләп, ашлыҡ елгәртеп, бесән эскертләп йөрөгән көндәремде бөгөнгөләй хәтерләйем. Һуғыш йылдарында айырыуса ауырға тура килде. Ләкин һуғыштан һун да ећел булманы. Колхоздарҙы, илде күтәрергә кәрәк ине, – тип иҫкә алды хеҙмәт ветераны.

Нәзирә ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләй. Фермала ла, сөгөлдөр үҫтереүселәр араһында ла алдынғылар сафында була. Ғүмере бына шундай тырыш хеҙмәттә үтә.

1954 йылда ҡыҙ ауылдашы Шәмсүн Саттаровҡа кейәүгә сыға. Коммунист Ш. Саттаров шулай уҡ алдынғы колхозсылар иҫәбендә була. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн уны ул ваҡытта һатып алыуы ла ауыр булған «Москвич» автомобиле менән бүләкләйҙәр.

–Донъяла кешеләр күп. Ләкин һәр кемгә үҙ парын осратыу мөһим. 58 йыл дауамында йәнәшәмдә һөйөклө кешем булғаны өсөн яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Бик рәхәт, яратышып йәшәнек. Шәмсүнем хәстәрлекле, һиҙгер күңелле ир ине, кәйефем булмағанда күңелемде күтәрә, ауыр минуттарҙа терәк була белде. Бергәләп йорт һалып индек. Балаларыбыҙҙың да үҙебеҙ кеүек үк йылы ғаилә мөнәсәбәттәре ҡора алыуҙарына шатланам, – тип һүҙен дауам итте әңгәмәләшем.

Саттаровтар Нәжибә һәм Нәсибә исемле ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер юбиляр биш ейәне, ун бер турунына һөйөнөп йәшәй.

Яҡындары Нәзирә әбей тураһында хәстәрлек күрәләр, килеп, хәлен белеп торалар, хужалык эштәрендә ярҙам күрһәтәләр. Юбиляр үҙе лә йылдарға бирешергә теләмәй, шат күћелле булып ҡала.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас