Беҙҙең конкурсантыбыҙ – Гүзәлиә Исламова. Архангел районы ҡыҙы, Кушнаренко килене. Моңло тауышҡа эйә Гүзәлиәнең һәр сығышын райондаштар көслө алҡыштар менән оҙата. Кешеләр менән тиҙ арала уртаҡ тел табыусы был мөләйым ханым һәм уның тормош иптәше икеһе лә ижад кешеләре. Ғаиләлә ҡыҙ бала үҫеп килә. Әле бәләкәй булһа ла, ул да әсәһенән күреп, сәхнәлә тәүге аҙымдарын эшләй. Гүзәлиә Исламоваға уңыштар теләйбеҙ!