САРМАНАЙ
+12 °С
Ясно
Төрлөһөнән
6 Июля 2021, 06:53

Сәләмәтлек үҙәге

«Тау» балалар ялы һәм сәләмәтләндереү үҙәге – малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн ин яҡшы урындарҙың береһе. Ул йыл һайын егерме берәр көн дауам иткән дүрт сменала эшләй. Бында Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалаларынан уҡыусылар ял итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Тау» балалар ялы һәм сәләмәтләндереү үҙәге – малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн ин яҡшы урындарҙың береһе. Ул йыл һайын егерме берәр көн дауам иткән дүрт сменала эшләй. Бында Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалаларынан уҡыусылар ял итә.
Быйылғы йәй «Бергәләп яҡтыраҡ» девизы менәң үтә. Сменаларҙын темалары – «Техностарт», «Таныш һуҡмаҡтарҙан», «Спорт ритмында» һәм «Уңыш» йүнәлеше.
Лагерь сменаға йөҙгә яҡын бала ҡабул итә. Улар дүрт кешелек иркен, яҡты бүлмәләрҙә йәшәй. Алты тапҡыр витаминлаштырылған туҡланыу шулай уҡ балаларҙы һауыҡтырыуға өлөш индерә.
Декоратив-ғәмәли ижад, туризм-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге түңәрәтәр һәм студиялар эшләй. Унда балалар тәжрибәле өҫтәмә белем биреү педагогтары етәкселегендә төрлө материалдар менән эшләргә, матур һәм үҙенсәлекле әйберҙәр яһарға өйрәнәләр, һәләттәрен үҫтерәләр.
Балаларҙың «Тау» – үҙәгендәге йәйге ялы мауыҡтырғыс һәм күнелле генә түгел, бәлки, файҙалы ла үтә.
Автор:Беҙҙең хәбәрсе
Читайте нас