САРМАНАЙ
-3 °С
Облачно
Төрлөһөнән
2 Июля 2021, 11:40

Оҙон ғүмерле инәй

103 йәшендә лә район гәзитен ҙур мауығыу менән уҡыусы был инәй районыбыҙҙың Иҫке Туҡмаҡлы ауылында ғүмер кисерә. Мәрзиә Шәмсетдин ҡыҙы Бәширова 1918 йылдың 18 апрелендә Диләфрүз һәм Шәмсетдин Хәмитовтар ғаиләһендә донъяға килгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
103 йәшендә лә район гәзитен ҙур мауығыу менән уҡыусы был инәй районыбыҙҙың Иҫке Туҡмаҡлы ауылында ғүмер кисерә. Мәрзиә Шәмсетдин ҡыҙы Бәширова 1918 йылдың 18 апрелендә Диләфрүз һәм Шәмсетдин Хәмитовтар ғаиләһендә донъяға килгән.
Күптәрҙе һоҡландырған яҡташыбыҙ сәләмәтлегенә әле бик зарланмай. Ҡолаҡтарым ғына бер аҙ ишетмәй башланы, тип беодерҙе ул.
– Беҙҙең инәй, Аллаға шөкөр, гәзит уҡып ҡына ҡалмай, телевизорын да ҡарай, радио ла тыңлай. Йыйып әйткәндә, тормоштан артта ҡалмай. Ул һис бер урында ултырып тора алмай, үҙен-үҙе хеҙмәтләндерә, – тиҙәр бер тауыштан килене Әфиҙә менән улы Рәмил.
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас