САРМАНАЙ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Июль 2021, 16:47

Беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ

Район мәҙәниәт йорто коллективы һәм беҙҙең гәзит редакцияһы күптән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр. Бына был юлы да мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күмәкләп гәзиткә яҙылғандан һуң улар араһында махсус бүләк уйнатыу ойошторҙоҡ.

Район мәҙәниәт йорто коллективы һәм беҙҙең гәзит редакцияһы күптән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр. Бына был юлы да мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күмәкләп гәзиткә яҙылғандан һуң улар араһында махсус бүләк уйнатыу ойошторҙоҡ.
Режиссер Динара Фазлыева еңеүселәрҙең беренсеһе булды. Фазлыевтарҙың талантлы күп балалы ғаиләһе байтаҡ йылдар Баҡай ауылында хеҙмәт һалды. Район үҙәгенә күскәндән һуң бында эшләйҙәр. Ғаиләлә бергәләп район гәзитен уҡыйҙар, бүләк отоуға ла бергәләп һөйөндөләр.
–Яҡташтарыбыҙ тураһында шул ҡәҙәр мәғлүмәтте район гәзитенән тыш башҡа бер генә баҫманан да ала алмайбыҙ. Ул беҙҙе аҙнаға ике тапҡыр теге йәки был өлкәләге эштәр торошо менән таныштыра, хеҙмәт алдынғылары тураһында һөйләй. Киләсәктә лә ҡыҙыҡлы темаларҙың күп булыуын, әбүнәселәрҙең артып тороуын теләйем. Бүләк уйнатыу акцияһы өсөн рәхмәт, – тине Динара.
Район мәҙәниәт йортоноң ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре гәзиткә яҙылған өсөн бүләкте икенсе тапҡыр оталар. Ундайҙар араһында, мәҫәлән, даими уҡыусыбыҙ – кадрҙар буйынса белгес Рәниҙә Нафиҡова ла бар.
–Район гәзитен атйыма-әсәйем дә ғүмер буйы алдырҙы. Миңә лә ул бик яҡын баҫмаға әүерелде. Райондың барлыҡ яңылыҡтарын шунан уҡып беләм. Бында йәшәп тә урындағы гәзитте уҡымаусыларға ғәжәпләнәм. Бөгөн отҡан бүләктән бик ҡәнәғәт ҡалдым, – тине Рәниҙә.
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: