САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июнь 2021, 15:39

Үҫмерҙәрҙе хәүефтән һаҡлап ҡалыу өсөн

Билдәле булуынса, 26 июнь наркоманияға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө тип иғлан ителгән.

Билдәле булуынса, 26 июнь наркоманияға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө тип иғлан ителгән. Был дата Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһының 42-се сессияһында, 1987 йылда булдырылды.
Ошо көнгә арнап, Иҫке Бәшир ауылы моделле китапханаһында “Зарарһыҙ ғәҙәттәрһеҙ киләсәккә ҡараш” тип исемләнгән асыҡ диалог үтте. Үҫмерҙәр иғтибарына “Көслө була белегеҙ” тип исемләнгән наркотиктарҙы ҡулланыуға ҡаршы йүнәлтелгән материалдар тупланған тематик күргәҙмә әҙерләнде. Сара йәнле әңгәмә рәүешендә үтте. Унда ҡатнашҡан уҡыусылар китапханасы Мәрйәм Смакованың был зарарлы ғәҙәттең үҫеп килеүсе организм өсөн ниндәй ҙур ҙыян һалыуы тураһында һөйләгәндәрен ҙур иғтибар менән тыңланы. Ул наркотиктар менән кеше ғүмеренең тәңгәл килмәүен, һәр йәш кешенең был хәүефкә бирешмәслек ихтияр көсөнә эйә булуын һәм тирә-яҡта күп төрлө файҙалы һәм ҡыҙыҡлы шөгөлдәрҙең күп булуын билдәләне. Сарала ҡатнашҡан уҡыусылар был хаҡтағы фикерҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Улар барыһы ла берҙәм булып был зарарлы ғәҙәткә ҡаршы булыуҙары тураһында әйттеләр.
Мөмкинлектән файҙаланып, китапханасы шулай уҡ йәйге уҡыу өсөн билдәләнгән әҙәби-нәфис әсәрҙәр һәм китаптарға байҡау яһаны.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Иҫке Бәшир ауылы моделле китапһанаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге сайты.
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: