САРМАНАЙ
+1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
24 Июня 2021, 06:33

Ил тарихын онотмабыҙ

1941 йылдың 22 июнь иртәһе иҫ киткес матур була:, күк йөҙө салт аяз, көндөң эҫе буласағы күренеп тора. Кинәт самолеттар гөрөлдәүе ишетелә, шартлауҙар яңғырай, тирә-яҡты янғын, төтөн ҡаплап ала. Фашистар Германияһы хыянатсыл төҫтә Советтар Союзына баҫып инә. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бар халыҡ илебеҙҙе һаҡларға күтәрелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
1941 йылдың 22 июнь иртәһе иҫ киткес матур була:, күк йөҙө салт аяз, көндөң эҫе буласағы күренеп тора. Кинәт самолеттар гөрөлдәүе ишетелә, шартлауҙар яңғырай, тирә-яҡты янғын, төтөн ҡаплап ала. Фашистар Германияһы хыянатсыл төҫтә Советтар Союзына баҫып инә. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бар халыҡ илебеҙҙе һаҡларға күтәрелә.
Тарихта тиңе булмаған, 1418 көн һәм төн дауам иткән был һуғыш бик күп ҡорбандар талап итә. Тол ҡатындар һәм етем сабыйҙар күҙ йәше хаҡына булһа ла, аяуһыҙ алыштарҙа оҙаҡ көтөлгән бөйөк Енеү яулана. Рейхстагҡа Енеү байрағын ҡаҙағандан һун 76-сы тыныс яҙ килде. Һуғыш тигән афаттын һуңғы тауыштары тынғанға 76 йыл үтте. Ләкин ул көндәр – кешелектең юйылмаҫ хәтере.
Һуғышсыларыбыҙҙың аяуһыҙ көрәштә ҡылған батырлыҡтары беҙҙе фашизмдың башҡаса баш ҡалҡытыуына юл ҡуймаҫҡа, Ватанды уяу һаҡларға өндәй.
Бөгөн беҙ илебеҙ азатлығын һаҡлап ҡалған һалдат һәм офицерҙарҙың батырлығы, тыл эшсәндәре – ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро һәм балаларҙың фиҙаҡәрлеге менән ғорурланып, уларҙы тәрән ихтирам менән иҫкә алабыҙ, яу ҡырында ятып ҡалғандар иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ.
Илебеҙҙә был тантананы йәше лә, ҡарты ла белә. Балаларҙың ватандаштарының сикһеҙ батырлығы менән ғорурланыуы айырыуса һөйөндөрә.
Иҫке Туҡмаҡлы ауылының бәләкәй граждандары Азамат Шәйбәков һәм Аиша Шаһиәхмәтова (рәсемдә) өлкәндәрсә фекер йөрөтәләр:
–Ата-бабаларыбыҙға булған һөйөү һәм хөрмәтебеҙҙе аңлатыу өсөн һүҙҙәр етмәй. Улар беҙгә тормошҡа, азатлыҡҡа хоҡуҡ бүләк иттеләр һәм бының өсөн юғары хаҡ түләнеләр. Беҙ совет кешеләренең ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ һәм баш осондағы аяҙ күк йөҙө өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – ти балалар.
Мәмәк ауылында йәшәүсе, күптән инде ғүмер йомғаҡтарының туғыҙынсы тиҫтәһен һүтеүсе Әнисә Арыҫланова һәм Хәлиҙә Шәрәфетдинова был көндө бик яҡшы хәтерләйҙәр. Ул саҡта апайҙарға ун ике йәш булған.
–22 июнь көнө кешеләр хәтерендә мәңге һаҡланыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ул бөтөн донъяға Рәсәйҙе теҙләндереү мөмкин түгеллеген иҫкәртеп торһон. Халҡыбыҙҙын рухы һынырлыҡ түгел, – тине ветерандар ғорурлыҡ менән.
Солтанай ауылында Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янына йыйылып, уларҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар, сәскәләр һалдылар. Иҫке Ғүмәр ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәисе Ирек Насиров менән йәнәшә биш йәшлек Назар Тәҡиуллиндын да атлауын күреү һөйөнөслө булды. Тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй.
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас