САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
Төрлөһөнән
23 Июня 2021, 06:31

Башҡорт теле – халыҡ өсөн

Ҡалала башҡорт телен өйрәнеү курстары үтте. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғәрифте үҫтереү институты доценты Әхәт Илмөхәммәтов алып барҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡалала башҡорт телен өйрәнеү курстары үтте. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғәрифте үҫтереү институты доценты Әхәт Илмөхәммәтов алып барҙы.
– Курстар «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ойошторолдо, – тип һөйләне Әхәт Ғалим улы. – Уның «Башҡорт теле – халыҡ өсөн» пункты буйынса эш алып барыу беҙгә йөкләнде. Был линия буйынса программа төҙөнөк, яҡланык. Курстарҙы Өфөлә үткәрә башланыҡ, яҡын-тирә райондарҙа дауам иттек.
Республикала башҡорт телен өйрәнеү буйынса эш даирәһе киңәйә. Дәрестәр 72 сәғәткә иҫәпләнгән. Башта улар көндөҙгө формала уҙа. Дауамы электрон почта аша дистанцион күҙаллана.
Программаны үткәс, әйткәндәй, ул ҡыҙыҡлы һәм ҡулай формала төҙөлгән, курстарҙы тыңлаусылар башҡорт теленең һәм һөйләм теленең база дәрәжәһенә эйә буласаҡ, уҡыуын тамамлап, тейешле формалағы сертификаттар аласаҡ.
Автор:Илдус Тимерханов
Читайте нас