САРМАНАЙ
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июнь 2021, 16:16

Сәскә ат, Ватаным!

Дүртөйлөлә сикһеҙ Ватаныбыҙ байрамына бағышланған тантаналы саралар уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов район йәштәренә Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын тапшырҙы, республика конкурстарында йәш еңеүселәрҙе ҡотланы.

Дүртөйлөлә сикһеҙ Ватаныбыҙ байрамына бағышланған тантаналы саралар уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов район йәштәренә Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын тапшырҙы, республика конкурстарында йәш еңеүселәрҙе ҡотланы.
Мәҙәниәт һарайы каршыһында концерт
Бер көндән һуң район Мәҙәниәт һарайы каршыһында концерт ойошторолдо. Хакимиәт башлығының сәләмләү һүҙҙәренән һуң сараны алып барыусы күңелле миҙгел етте, тип иғлан итте: дәүләт программаһын ғәмәлләштереү ҡыҫаларында районда йәшәүсе Вәзилә Киселеваға торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүгә сертификат тапшырылды. Мәҙәниәт учреждениеһының халыҡ таланттары тарафынан ойошторолған «Сәскә ат, Рәсәй!» исеме аҫтында ҙур концерт булды.
Ивачта байрам һәм һабантуйҙар
Районда Мари мәҙәниәте көнөн байрам итеү ғәҙәткә инде. Әлеге байрам быйыл Ивач ауылында үтте. Милли кейемдәр, ҡул эштәре, эшләнмәләр, милли риҙыҡтар күргәҙмәһе, төрлө конкурстар һәм, әлбиттә, концерт номерҙары барыһының да күңеленә хуш килде. Күп ауылдарҙа һабан туйҙары үтте.
Традицион йүгереш
Советтар Союзы Герое Василий Горшков тыуған Бәйгелде ауылына, уның исемен йөрөткән еңел атлетика йүгереүе ғәҙәттәгесә Йәштәр үҙәге ҡаршыһынан старт алды.
Һәм велоспорт
Башҡа йылдарҙағынан айырмалы булараҡ, быйылғы ярыштарҙа район велосипедсылары ла ҡатнашты. Улар, әлбиттә, финишҡа еңел атлеттарға ҡарағанда күпкә тиҙерәк килде. Велоспортты ихлас яратыусы булараҡ, велойүгерештә район хакимиәте башлығы Риф Йосопов та ҡатнашты.
Привалдар
Привал – юлда ял итеп алыу урыны. Әммә еңел атлеттар ялға туктамайҙар. Шулай тип, ғәҙәт буйынса, ашап алыу пункттарын әйтәбеҙ. Традиция буйынса улар Өсбүлә, Иҫке Яндыҙ, Ҡаҙы-Йәлдәк ауылдарында ойошторола. Марафонсыларҙы мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусы-волонтерҙар ҡаршы ала. Бөтә дистанцияны йүгереп үтергә булған һуңғы спортсы үткәнгә ҡәҙәр, дүрт сәғәт тирәһе торалар.
Бәйгелде ауылында
Ул ваҡытта Бәйгелде ауылы клубы ҡаршыһында, финиш булған урында, судьялар һәм ауыл халҡы еңел атлеттарҙы ҡаршы алалар. Сәй һәм татлы риҙыҡтар менән бай өҫтәл әҙерләнгән. Үҙешсән сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашыусылар концерт ҡуя. Һуңғы спортсылар килгәндә клуб каршыһында мари «веревочка»һы – «ҡандыра» бейеүе бара ине. Бейеү көйөн тантаналы «Еңеү көнө» йыры алыштырҙы.
Еңеүселәр
Лидерҙар өслөгөнә Валерий Гәрәйшин (2 сәғәт 18 минут 40 секунд), Вадим Адылгәрәев (2 сәғәт 20 минут 58 секунд), Рөстәм Мөлеков (2 сәғәт 41 минут 25 секунд) керҙеләр. Улар – йәштәр һәм урта йәштәгеләр. Артабан Дүртөйлө ветерандары килде: Илдус Нуретдинов, Марат Мөхәммәҙиев, Валерий Фазылханов, Рауил Шәйхетдинов һәм башҡалар.
Һуғыш осоро балалары
Ул көндө ошо ауыл ингән колхозында һәм учреждениеларында хеҙмәт һалған Константин Атнабаевҡа, Михаил Гәрәевҡа, Лиза Гәрәеваға, Мәрйәм Мөхәммәҙиеваға «Һуғыш осоро балалары» таныҡлыҡтары бирелде.
Шулай уҡ район хакимиәте башлыгы Риф Йосопов һәм уның урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев ҡатнашлығында Василий Горшков һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы булды.
Автор:Илдус Тимерханов
Читайте нас: