Май айында ғәҙәттән тыш эҫе һауа торошо культураларҙың иртә өлгөрөүенә килтерҙе. Үләндәр туҡлыҡлылыҡ үҙенсәлектәрен, сифаттарын юғалтҡансы тип, район аграрийҙарының өлгөрҙәре алдағы ҡышлатыу осоро өсөн мал аҙығы әҙерләүгә кереште. Бөгөнгө көндә «йәшел ураҡ» «Урожай» тоҡомсолоҡ заводы йәмғиәтендә, «Үҙәк МТС» Илеш районындағы филиалында, А.Кимдың крәҫтиән-фермер хужалығында әүҙем ойошторолоп, һөҙөмтәле алып барыла. Башҡаларға ла улар өлгөһөндә был эшкә кисекмәҫтән тотонорға ғөмүмән, бар көстө мал аҙығы әҙерләргә тупларға кәрәк.
Әйтергә кәрәк, районда «йәшел ураҡ»ты беренселәрҙән булып, «Үҙәк МТС» Илеш филиалы районында4ы ойошҡан төҫтә башлап ебәрҙе – улар сенаж һала.