Күптән түгел Саҡмағош гимназияһы уҡыусылары – ошо мәктәптең “Үҫеш нөктәһе” Үҙәге тәрбиәләнеүселәре Бөтә Рәсәй “АгроНТИ-2021” конкурсының ғәмәли төбәк этабында ҡатнаштылар. Әлеге сараның төп маҡсаты – уҡыусыларҙы “Милли технологик инициативалар” технологик өҫтөнлөктәре буйынса эшсәнлеккә йәлеп итеү. Әлеге өҫтөнлөктәр араһында ауыл хужалығы тармағында һанлы технологиялар ҡулланыу, агросәнәғәт тармағын роботлаштырыу мәсьәләләре, ауыл хужалығында пилотһыҙ осҡостарҙы ҡулланыу кеүек йүнәлештәр ҙә бар.
“АгроНТИ-2021” бәйгеһе – уҡыусыларҙың таланттарын үҫтереү, уларға үҙ көстәрен һынау һәм киләсәк һөнәрҙәрен һайлау өсөн яҡшы мөмкинлек ул. Әлеге конкурста ҡатнашып, ауыл ерлегендә урынлашҡан мәктәптә белем алыусы һәр уҡыусы алдынғы технологиялар: роботтар, коптерҙар, космос технологияларын, һанлы метеостанцияларҙы, биотехнологияларҙы өйрәнә ала”, – ти методист Алина Әмирханова.
Саҡмағош гимназияһы уҡыусылары «АгроКоптерҙар», «АгроРоботтар» и «АгроМетео» номинациялары буйынса үҙ белемдәрен күрһәтеп, тармаҡта ҡулланылған заманса йыһазҙарға оҫта идарә итеүҙәрен исбатланылар.
«АгроМетео» йәнәлешендә бөтәһе 35 конкурсант көс һынашты. Улар араһында Саҡмағош гимназияһының 8нсе синыф уҡыусылары ШАМИЛ ВАҺАПОВ – беренсе, РАДМИР ВАҺАПОВ – икенсе урынды яуланы. Беҙ йәш райондаштарыбыҙға артабан да шундай юғары уңыштарга ирешеүҙәрен теләйбеҙ.
Республикала алдынғы, ауыл хужалығы үҫеш алған район булған ерлегебеҙҙә аграрийҙар хеҙмәтен мәктәп йылдарынан уҡ аңлап, был эшсәнлекте камиллаштырып, заман менән бергә алып барырға ярҙам итергә ынтылған, һәр яңылыкты ҡыю үҙләштерергә сәләтле булған лайыҡлы алмаш үсеүе айырыуса һөйөндөрә.