Ул 1950 йылдан донъя күләмендә билдәләнә башлай. Әлеге байрам тураһындағы ҡарар 1949 йылдың ноябрендә Парижда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһы конгресының махсус сессияһында ҡабул ителә. Ул шатлыҡлы байрам гына түгел, ә кешелектең дауамы булған ошо кескәй генә шәхестәрҙең даими яҡлау һәм һаҡлауға, күңел назына мохтаж булыуын йәнә хәтергә төшөрөүсе көн дә.
Балалар – ҙур бәхеттең кескәй осҡондары, һәр өлкән кешенең тормошон шатлыҡ һәм яҡтылыҡҡа төрөүсе моғжиҙа, яшәүебеҙҙең мәғнәһе. Улар өсөн иң мөһиме – атай-әсәй назы, йылы ҡарашы һәм хәстәрлеге. Ошо матур байрам көнөндә районыбыҙҙа йәшәүсе һәр баланың татыу, ныҡлы ғәиләлә, бер нимәгә мохтаж булмай үҫеүен, ғәмһеҙ баласаҡ кисереүен, ата-әсәһенең, яҡындарының күңел яҡтылығын, пар ҡанаттар назын тойоп йәшәүен теләйбеҙ. Балаларҙың шат йылмаю-көлөүҙәре йәшәебеҙҙе яҡтыртһын, тағы ла йәмлерәк, мәғнәлерәк итһен һәм районыбыҙҙың һәр кескәй гражданины сәләмәт, бәхетле булып үҫһен ине!
Фоторәсемдәрҙә – кескәй саҡмағоштар.