САРМАНАЙ
+10 °С
Дождь
Төрлөһөнән
19 Мая 2021, 06:04

Яҡташтар яҡшы хеҙмәт итә

Үҙен оҫта һалдат итеп танытты

Добавить в предпочтительные источники Google
Үрге Йәркәйҙә йәшәүсе Гөлназ һәм Эльвер Ғәсҡәровтарға улдары хеҙмәт иткән хәрби часттан Рәхмәт хаты килгән.
Уларҙың улдары Эльдар Үрге Йәркәйҙәге дүртенсе мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ үҙен гел өлгө яҡтан күрһәтә. Барлыҡ фәндәрҙе лә дүртле, бишлегә үҙләштереү менән берлектә спортты ла үҙ итә. Класташтары араһында үҙ-үҙенә талапсан, ғәҙел һәм шул ук ваҡытта ярҙамсыл булыуы менән дә айырылып тора Урта мәктәптән һуң, Нефтекама нефть колледжын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала һәм уҙған йылдың июль айында үҙе теләп армияға юллана.
Инде командирҙан килгән хатҡа күҙ һалайыҡ. Унда “Хөрмәтле Гөлназ Вафа ҡыҙы һәм Эльвир Әҙип улы! Һеҙҙең улығыҙ, ефрейтор Эльдар Ғәсҡәров хәрби хеҙмәттә үҙен ғәҙел һәм алдына ҡуйылған бурысты ваҡытында теүәл, намыҫ менән үтәүсе һалдат итеп танытты. Ул хезмәттәштәре араһында ышаныс һәм абруй ҡаҙанды, теләһә ҡайһы ваҡытта һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙамға килергә әҙер тора. Хеҙмәт итеү дәүерендә хәрби оҫталығы, юғары спорт һөҙөмтәләре, сыҙам һәм тапҡыр, дисциплиналы булғаны, оҫталығы өсөн һәр ваҡыт өлгө итеп ҡуйыла.
Һеҙҙең улығыҙ кеүек егеттәр хәрби бурысын үтәгәндә, халҡыбыҙ йәмғиәтебеҙҙең һәм дәүләтебеҙҙең имин булыуына ышана ала. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, түҙемлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем. Улығыҙға яҡшы тәрбиә биргәнегеҙ һәм уны Рәсәйҙең ысын патриоты итеп үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм», – тиелә унда.
–Улыбыз бер дә зарланмай, яратып, бар күңелен биреп хеҙмәт итә. Командирларынан рәхмәт ҡүҙҙәре белән һуғарылған хаттар, һөйөнөслө хәбәрҙәр килгәс, рәхәт икән ул. Һәр ата-әсәгә лә балалары өсөн ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хистәре кисереп йәшәргә яҙһын!, - ти Гөлнаҙ Ғәсҡәрова.
Читайте нас