САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
17 Мая 2021, 11:55

Яҡындары ихтирамын тойоп

Иҫке Ҡамышлы ауыл биләмәһенең Первушин ауылында йәшәүсе Александра Ивановна Александрова 9 Майҙа үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫке Ҡамышлы ауыл биләмәһенең Первушин ауылында йәшәүсе Александра Ивановна Александрова 9 Майҙа үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.
Тантана көнөн ул балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә ҡаршыланы.
Яҙмам геройының хеҙмәт юлы бик иртә, дәһшәтле һуғыш йылдарында башлана. Ул ваҡытта Сашаға ун дүрт йәш була.
–Бөгөнгөләй хәтерҙә, иптәш ҡыҙҙарым Ольга һәм Александра Дубравиналар, Мария Беляева, Ольга Арефьева менән бергә иртәнге ысыҡ менән тороп, быҙауҙарҙы көтөүлеккә ҡыуҙыҡ. Ул саҡта бала-саға ғына инек бит әле, шуға ла йоҡо килгәндер. Ҡояш күтәрелгәс, йылынып, йоҡлап киткәнбеҙ. Шул арала быҙауҙар ҡайһы ҡайҙа таралған. Беҙҙе бригадир уятты һәм ауылға алып ҡайты. Ҡайтһаҡ, тирә-йүндә листовкалар ята, кемдер илай, икенселәр көлә. Йортобоҙға инһәк, әсәйебеҙ ҙә, туғандарымды ҡосаҡлап, илап ултыра. Ә беҙ уны һуғыш бөтәсәк, атайыбыҙ ҡайтасаҡ тип тынысландырабыҙ. Бер аҙҙан барыһының да һуғыш тамамланыу һөйөнөсөнән илауҙарын белдек. Еңеү көнөн ана шулай ҡаршыланыҡ, – тип хәтирәләрен барланы А. Александрова.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһына яу яланынан ҡайтырға насип итмәй. Балаларын тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу хаҡына әсәләренә бер юлы ике эшкә өлгөрөргә тура килә.
1954 йылда Александра Павел исемле егеткә тормошҡа сыға. Улар илле ете йыл бергә ғүмер итеп, алты баланы тәрбиәләп үҫтерәләр. Әммә бала ҡайғыһы ла урап үтмәй: өс балаларын ерләйҙәр. 2011 йылда тормош иптәше лә баҡыйлыҡҡа күсә.
Александра Ивановна ғүмере буйына колхозда хеҙмәт һала. Һәр ваҡыт алдынғы һауынсылар сафында була. Бының өсөн уны грамота һәм төрлө билдәләр менән бүләкләйҙәр. Уларҙы әле лә ҡәҙерле йәдкәр итеп һаҡлай.
Бөгөн юбилярҙың бүләләре лә үҫеп килә инде. Ул быға һөйөнөп бөтә алмай. Йәнәшәһендә ярҙам ҡулы һуҙыусы яҡын кешеләре йәшәй.
Оло байрамын билдәләүсе яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, туғандарының иғтибар-һөйөнөстәрен күреп йәшәүен теләйбеҙ.
Читайте нас