Педагог оҫталығы – hәр педагог ғүмере буйына ынтылған бейеклек ул.
Гөлнара Валерий ҡыҙы Лаяҡова – көслө hәм уңышлы етәксе. Ул, Дүртөйлө ҡалаһы hәм Дүртөйлө районы мәғариф идараһы белгесе булараҡ, 10 йыл дауамында үҙ иңнәрендә ҡала һәм райондың мәктәпкәсә белем биреү системаһы эше өсөн ҙур яуаплылыҡ йөрөтә. Гөлнара ниндәй генә эшкә алынһа ла, уны hәр саҡ лайыҡлы башҡара. Ул үҙе өсөн ҙур маҡсаттар ҡуйған, йәнәшәләгеләрҙе лә шуға дәртләндерә белә. Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендәге юғары hөнәри оҫталығы hәм күп йыллыҡ тәжрибәһе өсөн Гөлнара Валерий ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.
Тормош иптәше Эрик Юрис улы менән бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдары Эдуард, аграр университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй hәм эшләй. Ҡыҙҙары Лилиә авиация университетын уңышлы тамамлай.
Гөлнара Лаяҡова белеме, юғары hөнәри оҫталығы менән танылыу алды. Ул бер ҡасан да еңел юлдан йөрөмәй. Даими рәүештә яңылыҡтар эҙләй, ярҙам итеү теләге, яҡшыға ынтылыу – уның тормошҡа ҡарашы шундай.