САРМАНАЙ
+1 °С
Снег
Төрлөһөнән
16 Мая 2021, 09:20

Хәрби-уҡыу йыйыны үтә

Игенсе ауылы эргәһендәге “Аҡсарлаҡ” балалар йәйге-һауыҡтырыу лагеры базаһында район мәктәптәренең быйыл хәрби исәпкә алыуҙы үткән 10нсы синыфтары һәм Башҡорт аграр-технология колледжы егеттәре ҡатнашлығында хәрби-өйрәнеү йыйыны башланды

Добавить в предпочтительные источники Google
Игенсе ауылы эргәһендәге “Аҡсарлаҡ” балалар йәйге-һауыҡтырыу лагеры базаһында район мәктәптәренең быйыл хәрби исәпкә алыуҙы үткән 10нсы синыфтары һәм Башҡорт аграр-технология колледжы егеттәре ҡатнашлығында хәрби-өйрәнеү йыйыны башланды. Биш көн дауам итәсәк был сара йәкшәмбе көн тантаналы асылды. Был көндәрҙә егеттәр өс взводҡа бүленеп, взвод командирҙары – район мәктәптәренең башланғыс хәрби белем нигеҙҙәре уҡытыусылары етәкселегендә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм башланғыс хәрби әҙерлек дәресендә алған белемдәрен ғәмәлдә камиллаштырып, физик әҙерлекләрен дә нығытасаҡтар. Йыйындар барышында шулай уҡ Алкино-2 ҡасабаһында урынлашҡан хәрби частьта утлы ҡоралдан атыу күнекмәләре лә үтәсәк, тип планлаштырыла.
Читайте нас