САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән
27 Апреля 2021, 07:12

УҘҒАН ДӘҮЕРҘӘР ЭҘҘӘРЕ

Дүртөйлөлә Эске Йылан ырыуы башҡорттарының йыйыны булып үтте. Борай, Ҡалтасы, Илеш hәм Саҡмағош райондарынан ҡунаҡтарҙы – шул исемдәге боронғо ырыу тоҡомдары вәкилдәрен, башҡаланан ғалимдәрҙе район Мәҙәниәт йорто фойеһында тантаналы шарттарҙа ҡаршы алдылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дүртөйлөлә Эске Йылан ырыуы башҡорттарының йыйыны булып үтте. Борай, Ҡалтасы, Илеш hәм Саҡмағош райондарынан ҡунаҡтарҙы – шул исемдәге боронғо ырыу тоҡомдары вәкилдәрен, башҡаланан ғалимдәрҙе район Мәҙәниәт йорто фойеһында тантаналы шарттарҙа ҡаршы алдылар.
Паркет залда боронғо йорт кәрәк-яраҡтары, халыҡ оҫталары яһаған әйберҙәр, милли өҫ кейемдәре, шәжәрәләрҙән бай күргәҙмә ойошторолғайны. Байрамдың театрлаштырылған өлөшө «Дүртөйлө районы тарихында Эске Йылан ырыуының әhәмиәтлелеге» тип аталды. Ошо датаға уҡ балалар сәнғәт мәктәбе коллективы тарафынан эшләнгән «Салауат Юлаев» мультфильмы бағышланғайны.
Текстың тулы вариантын "Сарманай" гәзитенән уҡырға була.
Читайте нас