САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән
27 Апреля 2021, 07:02

«Чернобыль. Уны оноторға ярамай»

1986 йылдың 26 апрелендә кешелек тарихындағы иң ҙур фажиғәләрҙең береһе булды – Украинала Чернобыль атом электр станцияһында шартлау яңғыраны.

Добавить в предпочтительные источники Google
1986 йылдың 26 апрелендә кешелек тарихындағы иң ҙур фажиғәләрҙең береһе булды – Украинала Чернобыль атом электр станцияһында шартлау яңғыраны. Был техноген авариянан һуң хәҙер инде 35 йыл үтһә лә, уның шаңдауы бөгөнгө көнгә ҡәҙәр яңғырай, ул яралар һаман да һыҡрай әле. Әлеге фажиғәле дата кешеләрҙе “тыныс атом” дип йөрөтөлгән ҡеүәтле көскә һаҡсыллыҡ менән идара итмәгәндә уның ни дәрәжәлә емергес булырға һәм ҡайтарып алалмаҫлыҡ хәлдәргә килтерергә мөмкин булыуы тураһында йәнә уйланырға мәжбүр итә, үҙ ғүмерҙәре иҫәбенә бөтә донъяны, кешелекте радиоактив катастрофанан ҡотҡарып ҡалган ҡаһармандар тураһындағы яҡты хәтерҙе яңырта.
Радиацияле авариялар һәм фажиғәләрҙә һәләҡ булған бөтә ватандашларыбыҙҙы хөрмәтләп, 1993 йылдан башлап 26 апрель илебеҙҙә Радиацияле авариялар һәм катастрофаларда һәләк булыусылар көнө булараҡ билдәләнә. Был аварияның һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә беҙҙең райондаштарыбыҙ да ҡатнашты.
Йәштәр үҙәге белгестәре “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте волонтерҙары менән берлектә район үҙәге урамдарында ошо датаға арналған «Чернобыль. Уны оноторға ярамай» дигән акция үткәрҙеләр.
Читайте нас