Рәйес НИҒМӘТЙӘНОВ, 1928-се йылда тыуған. ғүмеренең күп өлөшөн һыу тирмәндәренә бағышлаған. Уларҙы төҙөгән дә, яңыртҡан да, хеҙмәтләндергән дә. Түбәндә уның экология тураһындаһы фекерҙәрен килтерәбеҙ.
Икмәк элек-электән именлек символы булып тора, уны ерҙә иң мөҡәддәс нәмә, тип атайҙар. Минең бала саҡта икмәк үҫтереү технологияһы башкаса ине: ябай, аңлайышлы, экологик яҡтан таҙа. Ерҙе, үҫемлек ҡалдыҡтарын һәм тиреҫте эшкәртеп, ямғыр селәүсендәре ашлата ине. Улар ярҙамында тупраҡ ярмалы һәм хуш еҫле булды. Тәжрибәле кешеләр уның сифатын ер киҫәгенә тел осон тейҙереп, йә иһә имеп ҡарап белә ине. Ашлыҡты башаҡтарҙан һуғыу юлы менән айырҙылар – сынйыр йәки сабағас менән һуҡтырҙылар. Кәбәктәрҙе һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы терлектәргә ашаттылар.
Яңы эш шарттарына күсеү һәр ваҡыт тиҫкәре күренештәр менән үрелеп барыла. Йыйыу, һаҡлау һәм һыуғыуҙың элекке тәртибе боҙола. Яңы режим әлегә кереп бөтмәгән. Тап бына шуның арҡаһында, комбайндарға күскәс, тиҫтәләгән гектарҙарҙағы теҙмәләр ямғыр аҫтында ҡалдылар, серенеләр, һуғылған ашлыҡтар складтарҙа боҙолдолар. Төнлә бульдозер менән балыҡтарға аҙыҡҡа Ағиҙел йылғаһына этеп төшөргән осраҡтарҙы ла беләм.
Хрущев идара иткән йылдарҙа йылына икешәр уңыш алырға тырыштылар. Борсаҡты йыйғас, ергә арыш сәстеләр. Яҡшы уңыш бирһен өсөн, мочевина менән ашланылар. Минераль ашламаларҙан китте лә инде тиҫкәре күренештәр. Тупраҡта файҙалы микроорганизмдар, ямғыр селәүсендәре йәшәмәй башланы, уларһыҙ мин ерҙе тере тип әйтә алмайым.
Тере игенселек булған ваҡытты кире ҡайтарып булмаҫ. Мин файҙалы микроорганизмдарҙы күбәйтеү өсөн баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙе минимальләштереү хисабына тупраҡҡа техноген йөкләнеште кәметергә саҡырам. Ерҙең алға табан да элеккеге хәлдә йәшәйәсәгенең күрһәткесе – ямғыр селәүсендәре булыу.