Бөгөн, 24 апрелҙә үткәрелгән “Башҡорт телендә Халыҡ-ара диктант-2021” акцияһына саҡмағоштар ҙа әүҙем ҡушылды. Райондың 16 мәктәбендә уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективтары һәм район үҙәкләштерелгән китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре башҡорт телен ни дәрәжәлә яҡшы белеүҙәрен һынап ҡараны.