24 апрелҙә республика күләмендә иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә беҙҙең Саҡмағош районында ла ағас ултыртыу буйынса экологик өмә үтә. Рапатта йәшәүселәр туған ауылдарын йәмләү-төҙөкләндереү эшен башлаған да инде. Был аҙнала ауылдың Салауат һәм Ленин урамдарын тоташтырыусы күпергә илткән юл буйында йәш шыршы үҫентеләре ултыртылған. Ғәҙәттә был эште ауыл биләмәһе учреждениелары коллективтары хеҙмәткәрҙәре башҡара. Ә был юлы уларға ярҙамға актив ауылдаштары Хәмиҙә Зәки ҡыҙы Бәҙретдинова ла ҡушылған.
“Ағас ултыртыу эштәре дауам итә, был өмәләргә ҡушылырға теләүселәр булһа, рәхим итегеҙ! Бөтә башланғыстарҙың уңышы ауылдаштарҙың хуплауына һәм аңлауына бәйле. Шуға ла һәр кемде әүҙем булырға саҡырабыҙ, алда башҡараһы эштәр күп әле, улар барыһы ла ауылыбыҙҙа йәшәүселәрҙең именлеге һәм тормошон йәмләү, күркәмләндереү маҡсаты менән эшләнә”, – ти Рапат ауыл биләмәһе хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре.