Яҙғы баҫыу эштәрен башлар алдынан районда агрономдар конференцияһы үтте. Унда ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, “Россельхозтехнадзор” идаралығы филиалы белгестәре, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары ҡатнашты.
Кушнаренко районы игенселәре алдында яҙын 46680 гектарҙа һабанашлык, 4500 гектарҙа бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар урынлаштырыу бурысы тора. Техник һәм майлы культуралар 9250 гектарҙы биләйәсәк. Шуның 2523 гектарында – шәкәр сөгөлдөрө, 3827һендә – көнбағыш, 1500 гектарҙа –горчица, 900 гектарҙа –рапс, 500 гектарҙа – киндер буласаҡ. Мал аҙығы культуралары 947 гектарҙа игеләсәк. Көҙҙән 11600 гектарҙа ужым культуралары сәсеп ҡалдырылғайны. Улар бөртөклө культуралар структураһында 27 процентты тәшкил итә.
Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрендә төрлө маркалы 225 берәмек трактор ҡатнашасаҡ. Тупраҡ әҙерләүгә 60 тырмалау агрегаты, 64 культиватор, 32 дискылы тырма сығасаҡ. Сәсеү менән 65 агрегат, шул иҫәптән алым киңлеге 6 һәм 10 метрлы ун ете сәскес, ун сәсеү комплексы шөғөлләнәсәк. Үҙйөрөшлө өс һиптергес баҫыуҙарға минераль ашлама индерәсәк.
10 апрелгә көпсәкле тракторҙарҙың әҙерлеге – 97, сылбырлы тракторҙарҙыҡы – 85, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһыныҡы 98 процент тәшкил итә. Тракторҙарҙың 69 проценты техник ҡарау үткән.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, үткән йыл үҫемселек тармағында шаҡтай ҡаҙаныштарға ирешелгән. Һәр гектарҙан 27,6 центнер төшөм иҫәбенән бункер ауырлығында 1198,8 мең тонна ашлыҡ йыйып алынған. Был һуңғы егерме йыл эсендә иң юғары күрһәткес. Шәкәр сөгөлдөрөнөң һәр гектары 510 центнер татлы тамыр биргән.
Конференцияның практик өлөшө «Башагроинвест» йәмғиәтенең айырымланған Кушнаренко бүлексәһе базаһында үтте. Был ауыл хужалығы предприятиеһы сәсеү майҙандары һәм ашлыҡтың дөйөм йыйымы буйынса районда иң эреләрҙән береһе. Бүлексә игенселәре бөртөклөләрҙән һәм шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алалар.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Ғиззәтуллин менән бергә хужалыҡтың техник ҡоралланышы менән яҡындан таныштылар. Ә ауыл хужалығы предприятиеһында ҡарар нәмәләр – ҡеүәтле тракторҙар, етештереүсәнле сәсеү комплекстары, тупраҡ эшкәртеү агрегаттары һәм башҡа ауыл хужалығы машиналары етерлек. Бүлексә етәксеһе Азамат Шәйҙуллин үҙе етәкләгән коллективтың эшсәнлеге тураһында һөйләне, йыйылыусыларҙы төп иҡтисади күрһәткестәр менән таныштырҙы.
Конференция ауыл хужалығы колледжында дауам итте. Унда ауыл хужалығы фәндәре докторы, «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан референт үҙәгенең агрономия бүлеге белгесе Зинфир Әйүпов, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтынын үҫемселек, игенселек һәм тупраҡ уңдырышлылығы бүлексәһенең әйҙәүсе хеҙмәткәре Рифғәт Аҡсурин сығыш яһаны. Улар ашлыҡ һәм майлы орлыҡтоңсифатын баһалау буйынса экспорт талаптары, яҙғы баҫыу эштәре тактикаһы һәм стратегияһы, ауыл хужалығы культураларын ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау һәм башҡаларға ҡағылышлы мәсьәләләргә туҡталды.
Район-ара мәшғүллек үҙәгенең хеҙмәт буйынса белгесе Лилиә Насибуллина хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү һәм эшләүселәрҙең хеҙмәтен һаҡлау тураһында закондарҙы үтәү темаһын яҡтыртты.
“Россельхозбанк”тың өҫтәмә офисы идарасыһы Луиза Ғәлиева ауыл хужалығы тауар етештереүселәре өсөн кредит тәҡдимдәре тураһында һөйләне.