Үткән шәмбәле Саҡмағош районында яҙғы санитар таҙартыу-төҙөкләндереү өмәләре дауам итте. Ойошма, предприятие һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре үҙ эш урындары территорияларын сүп-сарҙан таҙартты. Йыйып алынған сүпте сығарыу өсөн транспорт тәғәйенләнде. Район үҙәгенең Ғаилә ялы паркында ла был көндө таҙартыу-төҙөкләндереү эштәре ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Радионөктәләрҙән яңғырап торған йыр-моңдар, дөйөм рухи күтәренкелек өмәне ысын-ысынлап яҙ, хеҙмәт һәм берҙәмлек байрамына әйләндерде. Саҡмағоштоң ойошма-учреждениелары коллективтары хеҙмәткәрҙәре эшкә берҙәм тотоноп, шаҡтай ҙур территорияны биләгән паркты ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ялт иттереп йыйыштырып-таҙартып та ҡуйҙы. Халҡыбыҙҙа күмәк эшләрҙән һуң башҡарылғандарға һөйөнөп, сәй табыны артында да күмәкләп һыйланыу йолаһы йәшәп килә. Был көндө лә өмә тамамланғас, паркты йәмләү-таҙартыуҙа ҡатнашҡан һәр кемде “Берҙәм Рәсәй” партияһының райондағы бүлеге вәкилдәре хәстәрлеге һәм район ҡулланыусылар йәмғиәте аш-һыу оҫталары тырышлығы менән әҙерләнгән сәй табынына саҡырҙылар. Муниципаль район хәкимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев өмәселәрҙе туған Саҡмағошобоҙҙо йәмләүҙә, яҙғы төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ярҙамлашҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Саф һауалағы ҡайнар сәй менән яңы ғына табанан төшкән тәмле тәбикмәкле табын күмәк өмә байрамын тағы ла күркәмрәк итте, илебеҙ тарихының данлы, халыҡ күңеленә айырыуса яҡын традицияларының үҙебеҙҙең ерлектә тергеҙелүенә, яңы төҫ алыуына булышлыҡ итте.