Балаларҙы спортҡа кесе йәштән үк йәлеп итеүҙә ГТО нормаларын үтәүгә ынтылышты маҡсат итеп кую ҙур роль уйнай. Беҙҙең Тайнаш урта мәктәбендә быға айырым иғтибар бүленә. Башланғыс синыфтарҙан алып өлкән синыфтарға ҡәҙәр спорт менән даими шөғыльләнәләр. Ошо көндәрҙә 5-10 синыфтарҙа “ГТО – сәләмәтлеккә юл” тип исемләнгән синыф сәғәттәре үтте. Уларҙы ойоштороуҙың төп маҡсаты – сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, патриотик тәрбиә биреү һәм илебеҙҙең тарихи үткәндәренә хөрмәт, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү, ГТО хәрәкәтен тергеҙеүҙең мөһимлеген аңлатыу.
Саралар барышында үткән әңгәмәләргә йомғаҡ яһап, уҡыусылар ГТОны йәштәр ҡыҙыҡһыныуы өлкәһенә кире ҡайтарыу тоташ ил халҡының сәләмәтлеген яҡшыртыуға ышанычсы аҙым һәм был нормаларҙы күмәк кешеләр ҡатнашлығында һәм бөтә төбәктәрҙә лә үтәүҙе пропагандалау мөһим тигән һөҙөмтәгә килделәр.